

– Азат Миңлеғәле улы – башҡорт халҡының данлы улы, милли уйын ҡоралыбыҙ ҡурайҙы бар донъяға танытҡан музыканттарҙың береһе ул. Артабан да үҙ сәнғәтегеҙ менән ҡыуандырырһығыҙ һәм тәжрибәгеҙҙе йәш быуынғатапшырырһығыҙ тип ышанабыҙ. Беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ! – тип билдәләне Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Ринат Ғайсин һәм республика етәксеһе Радий Хәбировтың ҡотлауын уҡып ишеттерҙе.
Юбилярҙы Өфө хакимиәте вәкилдәре, Башҡортостандың халыҡ артистары Рәшиҙә Туйсина, Рәсүл Ҡарабулатов һәм башҡа коллегалары, филармония солистары, ҡурайсылар һәм мэтрҙың уҡыусылары тәбрикләне. Концертта Азат Миңлеғәле улы етәкләгән Башҡортостандың Дәүләт ҡурайсылар ансамбле сығыш яһаны.
– Үҙемә 70 йәш тулыуына ышанмайым. Мин йәштәр менән эшләйем, студенттарым бар, ә йәштәр араһында ҡартайырға ярамай, һәр ваҡыт тонуста булырға кәрәк, – тине Азат Миңлеғәле улы. – Мин бер ҡасан да бындай юбилей булыр тип уйламағайным. Ғүмерем буйына эшләнем. Йәш сағымда үҙемде ялҡау тип иҫәпләй инем, ялҡаулыҡты еңергә мөмкин, айырыуса эшеңде яратһаң. Мин 48 йыл филармонияла эшләйем, был осор бер йыл кеүек үтте лә китте. Гастролдәр географияһы киң, программаларым күп, репертуарым ҙур, бик күп уҡыусыларым бар. Мин һәр ваҡыт күңелемде һалып эшләнем. Бигерәк тә бәләкәй балалар менән эшләгәндә ихлас булырға кәрәк. Уйын ҡоралын һәм уҡыусыларҙ яратһаң, барыһы ла килеп сыға. Ә ҡурайсылар ансамбле – эшмәкәрлегемдең иң юғары баҫҡысы.
Азат Айытҡолов – С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Йылайыр районының почетлы гражданы.


© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.