Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
77.19
0
91.56
0
62.51
+0.52
0 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
16 Февраль , 17:24

«Китап» нәшриәтендә яһалма зиһен дизайны менән тәүге китап донъя күрҙе

матбуғат хеҙмәте / Башҡортостан «Китап» нәшриәте
Фото: матбуғат хеҙмәте / Башҡортостан «Китап» нәшриәте

Башҡортостандың «Китап» нәшриәтендә яһалма зиһен дизайны менән тәүге китап сыҡты. Был хаҡта нәшриәттең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Шағир-драматург Гөлшат Әхмәтҡужинаның китабы «Илаҡ крокодил» тип атала. Китапта автор әкиәттәре һәм тәбиғәткә, тирә-йүнгә һаҡсыл ҡарарға саҡырған ҡыҫҡа хикәйәләр тупланған.

«Һүрәттәре яһалма зиһен ярҙамында төшөрөлгән тәүге баҫмабыҙ. Рәссам Артур Ихсанов бының өҫтөндә ике айҙан ашыу эшләне. Яһалма зиһен үҙенән нимә талап ителеүен шунда уҡ аңланы. Һәр иллюстрацияға техник задание алдан яҙылғайны. Мәҫәлән, баланың йәше, кейеме, хис-тойғолары, шулай уҡ геройҙарҙың һәм персонаждарҙың ғәмәлдәре күрһәтелде», — тип һөйләне нәшриәттең баш мөхәррире Зөлфиә Ҡарабаева.

Шулай уҡ «Китап» мультимедиалы ҡушымта менән балалар өсөн китаптар сығара. Былтыр мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн «Хәүефһеҙ бала саҡ» донъя күрҙе. Китапта башҡорт һәм рус телдәрендә өйҙә һәм урамда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тураһында сағыу иллюстрациялар менән 10 шиғыр бар. Яһалма зиһен рәссам Артур Василовтың әҙер һүрәттәрен «йәнләндергән». Баҫма ике телдәге йәнһүрәт һәм белемде нығытыу өсөн һорауҙар менән тулыландырылған.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2026-02-16/bashkirskoe-izdatelstvo-kitap-vypustilo-pervuyu-knigu-s-ii-dizaynom-4580141

Автор: Ләйлә Аралбаева
Читайте нас