11:43 (UTC+5), 13 Февраля 2026

Өфөлә «Шайморатов генерал» йырының авторы тураһында фильмдың исем туйы була

Ләйлә Аралбаева

Өфөлә «Ҡадир Даян» документаль-нәфис фильмының исем туйы була. Эш башҡорт шағиры, яҙыусы, драматург, мөхәррир Ҡадир Даянға арналған (1910-1975). Шиғырҙар һәм поэмалар авторы, шағир-йырсы булараҡ билдәле. Тамашасылар уның Башҡорт драма театрында ҡуйылған  «Таңсулпан» пьесаһын да яратып ҡараны. 

Фильм Башҡортостандың Милли әҙәби музейы фонды материалдары буйынса төшөрөлгән. Режиссерҙары – Гөлсәсәк Саламатова һәм Азат Низаметдинов.

«Был фильм һеҙгә үлемһеҙ йырҙар авторы донъяһына, шул иҫәптән «Шайморатов генерал»ға ишек асыр. Фильмда республикала билдәле артистар ҙа, кескәй йондоҙсоҡтар ҙа төшкән. Уның авторҙары заманса цифрлы реконструкция ысулдары һәм яһалма зиһен ярҙамында уҙған йылдар мөхитен тыуҙырырға тырышты», — тип хәбәр итә сараны ойоштороусылар.

Исем туйы Башҡортостандың «Йәшлек» йәштәр йортоноң конференциялар залында була.

6+

https://www.bashinform.ru/news/culture/2026-02-13/v-ufe-sostoitsya-prezentatsiya-filma-ob-avtore-pesni-shaymuratov-general-4577451

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика