Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
76.98
-0.04
90.72
-0.53
62.51
+0.52
-11 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
4 Февраль , 11:41

AY YOLA төркөмө – 2026 йылда Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындарының амбассадоры

AY YOLA / телеграм-канал
Фото: AY YOLA / телеграм-канал

AY YOLA төркөмө Азияның иң ҙур мәҙәни-спорт ваҡиғаһы — 2026 йылғы Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындарының амбассадоры исеменә лайыҡ булды.

31 августан 6 сентябргә тиклем Ҡырғыҙстанда Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындары ойошторола. Был сара күсмә халыҡтарҙың спортын, мәҙәниәтен һәм матди булмаған мираҫын берләштерә, унда бар донъянан меңләгән ҡунаҡ ҡатнаша.

«Музыка, мәҙәниәт, дөйөм ритм аша беҙ был ҙур халыҡ-ара юлдың бер өлөшө булыуыбыҙға шатбыҙ, — ти музыканттар. — Беҙҙең ижадыбыҙ боронғо «Урал батыр» эпосына нигеҙләнгән. Музыка аша башҡорт мәҙәниәте ҡиммәттәре, ата-бабалар хәтере һәм кешенең ер менән бәйләнеше хаҡында һөйләйбеҙ. Беҙҙең өсөн был образ да, стилизация ла түгел, ә бөгөнгө көндә лә яңғыраған йәнле традиция».

 

Автор: Ләйлә Аралбаева
Читайте нас