12:20 (UTC+5), 26 Января 2026

Башҡортостан Башлығы 2026 йылда Актерҙар йортон ремонтлауҙы проектларға ҡушты

Фото: Азат Мөхәмәтйәнов / Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
Ләйлә Аралбаева

Башҡортостан Башлығы Бәҙәр Йосопова исемендәге Актерҙар йортон ремонтлау буйынса йөкләмәләр бирҙе. Финанслау сығанағы –  «Өфө» халыҡ-ара аэропорты. Дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Радий Хәбиров вице-премьер Рөстәм Ғәзизовҡа 2026 йылда 1970 йылда төҙөлгән бинаны ремонтлауҙы проектлау менән шөғөлләнергә ҡушты.

– Бина Өфөнөң үҙәгендә урынлашҡан. Мин асыҡ конкурс үткәрергә тәҡдим итер инем, – тине республика етәксеһе. – Бурыс шундай: иғтибарҙы йәлеп итеп торған матур бина төҙөргә. Эске яҡтан ремонт ҡына кәрәк, мине тәү сиратта фасадтар ҡыҙыҡһындыра. Яҡында ғына Совет майҙаны. Эстә 2 ресторан, 2 зал, китапхана бар. Кешеләр килһен өсөн тырышып эшләгеҙ.

Радий Хәбиров бинаның эсендә асыҡ музей йәки галерея эшләргә ҡушты.

– Был тарихи ваҡиға. Һеҙ иһә 55 йыл эсендә Актерҙар йортона килгән тәүге республика етәксеһе. Театралдар өсөн был оло әһәмиәткә эйә, – тип билдәләне Башҡортостан Театр эшмәкәрҙәре союзының яңы рәйесе, Башҡортостандың халыҡ артисы Алмас Әмиров.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2026-01-26/glava-bashkirii-poruchil-sproektirovat-zdanie-doma-aktera-v-2026-godu-4550215

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика