— Илгиз, ғаиләгеҙ нисек? Бер үҙеңә балаларҙы аяҡҡа баҫтырыу ауыр түгелме?
— Тәүге бер нисә йыл түҙеп торғоһоҙ ауыр ине. Мин бындай һынауҙарға әҙер түгел инем, бөтә тормошом селпәрәмә килде. Хәҙер, тиҫтә йыл үткәс, беҙ был күңел яраһы менән йәшәргә өйрәндек, тип уйлайым. Камилаға 10 йәш. Минең эшем күп булғанға күрә, айырым тәрбиәсе ялларға тура килде. Элек ата-әсәйем ярҙам итә торғайны, әммә улар ҙа олоғая, уларға бала ҡарашыу ҡыйыныраҡ була бара».
— Ун йыл — ярайһы уҡ оҙаҡ ваҡыт. Ҡатыныңа булған мөхәббәтең әле лә һаҡланамы?
— Беҙ бик бәхетле инек. Вәсилә бик яҡты, ихлас күңелле кеше ине. Балаларым өсөн уға сикһеҙ рәхмәтлемен. Тормош юлын яңынан һайларға насип булһа, тик уның менән үткән юлдан барыр инем.
— Билдәле булыуынса, тиҫтә йыл үтһә лә, яңы ғаилә ҡора алмағанһың. Ни өсөн шулай килеп сыҡты?
— Балаларымды үҫтерәһе бар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ышаныслы кешене табыу еңелдән түгел. Тырыштым, ләкин мөхәббәтем, билдәле йырҙағы кеүек, яуапһыҙ булды. Мин был йәһәттән һәр ваҡыт асыҡ булдым, әммә ышаныс-өмөт аҡланманы.
— Халыҡ араһында Вәсилә Фәттәхова хаҡында иҫтәлек йәшәй. Уның ижади мираҫын нисек һаҡлайһығыҙ?
— Ҡулымдан килгәндең барыһын да эшләргә тырышам. Уның иҫтәлегенә даими рәүештә концерттар ойошторабыҙ. Быйыл Ҡырғыҙ-Миәкәлә, Туймазы, Белорет, Салауат, Өфө ҡалаларында хәтер саралары үтәсәк. Уның дуҫтары, билдәле артистар сығыш яһаясаҡ. Уның ижадының таралыуына бер ваҡытта ла ҡамасауламайым: башҡа йырсылар йырҙарын башҡарыуға рөхсәт һораһа, һәр саҡ риза булам. Был өс көнлөк донъяла ысын кеше булып ҡалыу, уның яҡты иҫтәлеген һаҡлау мөһим.
Учалы районынан йырсының яҡын әхирәте Әлфинә Ҡаһарманова үҙенең хәтирәләре менән уртаҡлашты. Ул студент йылдарынан Вәсилә Фәттәхованы иҫ киткес ябай, күркәм холоҡло, алсаҡ ҡыҙ итеп хәтерләй.
«Учалы сәнғәт колледжында уҡығанда уҡ уның талантына һоҡлана инек. Беҙ ятаҡта күрше бүлмәлә йәшәнек. Хәтерләйем, кистәрен студенттар аш бүлмәһенә йыйыла ине, ә Вәсилә гитарала йә фортепианола уйнап йырлай ине», — тип һөйләне «Башинформ» агентлығын хәбәрсеһенә Әлфинә Ҡаһарманова.
Василя Фәттәхованың яҙмышы бик ауыр була. Дүртенсе курста уҡығанда тап Яңы йыл алдынан уның әсәһе вафат була. Йәш ҡыҙҙың бәләкәй һеңлеһе Әлфиә генә ҡала.
«Ул ваҡытта Әлфиә өсөнсө класта уҡый ине. Йыш ҡына ятаҡҡа килә торғайны ул. Һуңынан улар бергә Өфөгә күсеп китте. Мин Заһир Исмәғилев исемендәге сәнғәт институтына уҡырға индем. Сессия осоронда Вәсилә менән Әлфиәлә ҡунырға ҡала инем. Был ғүмеремдең иң бәхетле йылдары булды. Әхирәтемде шул тиклем яраттым, хатта ҡыҙыма уның исемен ҡуштым. Ҡыҙыма 26 йәш инде», — тип уртаҡлашты йырсының әхирәте.
Башҡортостандың халыҡ артисы Фирҙәт Ғәлиев Вәсилә Фәттәхованың вафатынан һуң уның тағы бер йыры сығыуы хаҡында һөйләне.
«Ул тормошта үткән һынауҙарға күптәр ҡаршы тора алмаҫ ине. Ул иртә ата-әсәһен юғалтты, ә һуңыраҡ яҙмыш уға тағы ла бер һынау әҙерләгәйне — уның 18 йәшлек һеңлеһе мәрхүм булды. Юғалтыуҙар уның күңелен һындырманы, киреһенсә, Вәсилә тормоштоң һәр мәлен ҡәҙерләп, яҡындарына һөйөүен бүлеп йәшәүен дауам итте. Ул балҡып тора ине, үҙенең ғаиләһе тураһында йыш һөйләй ине. Әйтерһең дә, уның күңеленән бөтмәҫ моң ағыла. Миңә 50 йәш тулғанда уны юбилей концертыма саҡырып шылтыраттым. «Фирҙәт ағай, ваҡытым тығыҙ, концерттарым планлаштырылған, әммә уларҙы кисектереп булһа ла киләм», — тине Вәсилә. Бына шундай дуҫ ҡәҙерен белгән, ихлас, алсаҡ кеше ине ул», — тип һөйләне Фирҙәт Ғәлиев.