11:50 (UTC+5), 21 Ғинуар 2026

Өфөгә Фидан Ғафаровтың бюсы ҡайтты

Өфөлә күптәрҙең һөйөүен яулаған Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Фидан Ғафаровтың иҫтәлеген мәңгеләштереүҙә тәүге аҙым яһалды. Ул 2025 йылдың апрелендә арабыҙҙан китеп барҙы.

Фото: матбуғат хеҙмәте / М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры
Ләйлә Аралбаева

Ноябрь гастролдәре ваҡытында Ҡазандан легендар актерҙың бюсы ҡайтты. Быйыл Рәсәйҙә тәүге тапҡыр билдәләнгән Артист көнө алдынан ул Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры музейында үҙ урынын алды.

Уның авторы – Татарстандың билдәле рәссамы, Ҡазандың В.И. Ленин исемендәге мәҙәниәт-ял комплексы хеҙмәткәре, скульптор Хәлит Миңлеғәлиев. Артистың бюсы фотоһүрәт буйынса гипс, пластик ҡулланып эшләнгән.

«Атайым Ҡазан ҡалаһында концерт менән сығыш яһағанда мәҙәниәт һарайының рәссамы менән танышып-һөйләшеп китә һәм уға: «Хәлит, был донъянан китеп барһам, миңә лә берәй бюст эшләрһең», – тип шаярта. Рәссам оҙаҡ уйлап тормай, атайым иҫән сағында уҡ ул бюсты эшләп ҡуя. Әммә атайыма бюсты фотонан ғына күрергә насип булды», – тип һөйләй мәрхүмдең улы, Башҡортостандың халыҡ артисы Азамат Ғафаров.

Театрҙың ошо хаҡтағы яҙмаһына комментарийҙарҙа тамашасылар бюст тураһында әүҙем фекер алыша. Ҡайһы берәүҙәр фекеренсә, скульптура артисҡа бөтөнләй оҡшамаған, уның харизмаһын тулыһынса асып еткермәй. Шулай уҡ аҡса йыйып, бронзанан йәки алтындан яңы бюсҡа заказ бирергә тигән тәҡдимдәр ҙә бар.

Театрҙа белдереүҙәренсә, милли театр үҫешенә тос өлөш индергән артистың хәтерен мәңгеләштереү буйынса башҡа аҙымдар ҙа яһала. Артист йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйыуҙы һорап мөрәжәғәт яҙылған. Шулай уҡ әлеге ваҡытта Дүртөйлө ҡалаһының Мәҙәниәт һарайына Фидан Ғафаровтың исемен биреү буйынса һөйләшеүҙәр алып барыла.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2026-01-21/v-ufe-poyavilsya-pervyy-byust-fidana-gafarova-4541856

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика