11:32 (UTC+5), 16 Января 2026

Республикабыҙҙа Балалар фольклориадаһы көндәре билдәле булды

Фото: Валерий Шахов / «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Ләйлә Аралбаева

2026 йылдың 23-27 июнендә Башҡортостанда балалар ижады форумы ойошторола. Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһында 10-18 йәшлектәр ҡатнашырға мөмкин.

Солистар һәм ансамблдәр халыҡ йыры, халыҡ бейеүе, халыҡ музыка ҡоралдары һәм традицион мәҙәниәт кеүек номинацияларҙа сығыш яһай.

III Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһына әҙерлек тулы көскә бара, тип хәбәр иттеләр Республика халыҡ ижады үҙәгенең матбуғат хеҙмәтенән. Эш кәңәшмәһендә күләмле сараны ойоштороу һәм үткәреүҙең төп мәсьәләләре тикшерелде. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар Фольклориаданы уңышлы үткәреүҙе тәьмин итеүгә йүнәлтелгән әҙерлек этаптарын, бурыстарҙы бүлеүҙе һәм сараларҙы ентекле ҡараны.

Саралар форматы, ижади өлөштән тыш, йәмәғәтселек һәм дәүләт власы вәкилдәре ҡатнашлығында белем биреү буйынса оҫталыҡ дәрестәрен һәм фекер алышыу майҙансыҡтарын үҙ эсенә ала. Фестивалде асыу һәм ябыу тантаналары, ҡатнашыусыларҙың Башҡортостан етәкселеге менән ижади осрашыуҙары, ҡатнашыусылар парады һәм дуҫлыҡ әйлән-бәйләне иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиғалар булмаҡсы. 2026 йылда Балалар фольклориадаһы өсөнсө тапҡыр үткәрелә.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2026-01-16/stali-izvestny-daty-provedeniya-detskoy-folkloriady-v-bashkirii-4539757

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика