

Филология фәндәре докторы, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, Башҡортостандың мәғариф министры, Башҡортостан Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры, М. Аҡмулла исемендәге университетының почётлы профессоры 2023 йылдың октябрендә арабыҙҙан китте.
Таҡтаташ асыу тантанаһында абруйлы ҡунаҡтар, Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙының туғандары, уҡыусылары һәм коллегалары ҡатнашты. Башҡортостандың мәғариф министры Илдар Мәүлитбирҙин Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙының республикала рәсми телдәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү буйынса дәүләт программаһын эшләүҙә һәм формалаштырыуҙа ныҡлы фәнни нигеҙ һалыуын билдәләне. Ул мәғариф ветерандарына төбәктә күренекле мәғариф эшмәкәрҙәре хаҡында иҫтәлекте мәңгеләштереү буйынса даими эштәре өсөн рәхмәтен белдерҙе.
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, Аҡмулла университеты ректоры Салауат Сәғитов Фирҙәүес Хисаметдинованың БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультетының беренсе деканы булыуын иҫкә төшөрҙө.
«Бөгөн факультет Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы билдәләгән йүнәлеш буйынса эшләй һәм үҫешә. Был донъяла берҙән-бер башҡорт филологияһы факультеты булып тора, — тип билдәләне Сәғитов. — Республика мәктәптәрендә башҡорт телен өйрәнеүҙе һәм уны Башҡортостандың дәүләт теле булараҡ уҡытыуҙы ҡайғыртып йәшәне ул. Урыҫлашҡан милләттәштәребеҙгә башҡорт телен өйрәтеү өсөн дәреслектәр, пособиелар һәм методик ҡулланмалар төҙөгән тәүге автор һәм методистарҙың береһе ине».
Мемориаль таҡтаташ ҡуйыу кәрәклеген элекке уҡытыусы, Башҡортостандың мәғариф ветерандары советы рәйесе, республиканың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре Фәниә Әсәҙуллина күтәреп сыҡҡан. Үҙ сығышында ул Фирҙәүес Хисамитдинованың Башҡортостан фәнен һәм мәғарифын үҫтереүгә индергән ғәйәт ҙур өлөшөн билдәләне.
Фирҙәүес Хисамитдинованың уҡыусылары исеменән филология фәндәре докторы, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының республика филиалы етәксеһе, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы рәйесе Гөлнур Ҡолһарина сығыш яһаны. Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙының улы Тимур Мөхтәров мемориаль таҡтаташ ҡуйыу башланғысы менән сығыш яһаусыларға һәм тантанаға йыйылыусыларҙың барыһына ла рәхмәт белдерҙе.
Сара аҙағында мемориаль таҡтаташҡа сәскәләр һалынды.


© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.