07:11 (UTC+5), 09 Января 2026

AY YOLA төркөмө Алһыу менән төшөрөлгән «Ay, bylbylym» клибын күрһәтте

Фото: AY YOLA төркөмө / телеграм-канал
Ләйлә Аралбаева

7 ғинуарҙа интернет-платформаларҙа «Ay, bylbylym» клибының премьераһы булды. Популяр AY YOLA төркөмө был йырҙы Алһыу менән бергә башҡара. Халыҡ йыры Рәсәйҙә трендҡа әүерелде һәм юғары баҫҡыстарға күтәрелде.

Стилләштерелгән башҡорт милли костюмдары кейгән Алһыу һәм AY YOLA солистары йылға буйында, ҡышҡы урманда һәм тауҙарҙа йырлай. Клипты бүрәт режиссеры Баяр Барадиев етәкселегендәге ижади төркөм 14-16 декабрҙә Башҡортостанда, шул иҫәптән Өфө муйынсағы биләмәһендә, «Аҫылмалы таш»та төшөргән.

«Ай, былбылым» башҡорт халыҡ йыры Башҡортостанда һәм Татарстанда киң билдәле. Ҡазан университетының этнографик экспедицияһы был йырҙы 1913 йылда Өфө губернаһының Стәрлетамаҡ өйәҙендә тыуып үҫкән башҡорт Солтанғәлиевтан фонографҡа яҙып алған, һуңынан ул М.И. Бергтың «Һигеҙ татар-башҡорт йыры» йыйынтығында баҫылып сыҡҡан.

Яҡташыбыҙ, Рәсәйҙең халыҡ артисы Илдар Абдразаҡов был йырҙы Өфөлә үҙенең I Халыҡ-ара музыка фестивален асыу тантанаһында башҡарҙы. Башҡорт эстрадаһында уны Башҡортостандың халыҡ артисы Рәсүл Ҡарабулатов, шулай уҡ Рәсәйҙең халыҡ артистары Ренат Ибраһимов, Илһам Шакиров, йәш йырсылар Динә Ғарипова, Сәйҙә Мөхәмәтйәнова һәм башҡалар йырлай. 

https://www.bashinform.ru/news/culture/2026-01-08/sovmestnyy-klip-bashkirskoy-gruppy-ay-yola-i-alsu-popal-v-trendy-4531180

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика