11:29 (UTC+5), 12 Декабря 2025

Өфөлә башҡорт музыкаһы йондоҙҙары китап һөйөүселәр алдында сығыш яһаны

11 декабрҙә «Китап һөйөүселәр» проекты сиктәрендә тәүге тапҡыр «Китап» нәшриәтенең фирма магазинында үҙенсәлекле акция үтте. Башҡорт музыкаһы йондоҙҙары үҙҙәренең йырҙары менән сығыш яһап ҡына ҡалманы, яратҡан китаптары тураһында ла һөйләне.

Фото: матбуғат хеҙмәте / «Китап» нәшриәте
Ләйлә Аралбаева

Ҡунаҡтар йылы мөхитле китап магазинында билдәле артистарҙы рәхәтләнеп тыңланы. Сарала Башҡортостандың матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев та ҡатнашты. Музыканттар китаптарға мөнәсәбәте һәм ниндәй әҫәрҙәрҙең үҙҙәренең ижадына йоғонто яһауы тураһында һөйләне.

«Был сараның үҙенсәлекле форматта ойошторолоуы бик оҡшаны. Был яңы энергия. Мин башҡорт һәм рус әҙәбиәте классиктарының китаптарын уҡып сыҡтым. 30 йылдан һуң күп авторҙарҙы яңынан уҡыным. Психология, эзотерика менән мауыға башланым. Әле менеджмент буйынса китаптар уҡыйым. Балаларыма башҡорт халыҡ әкиәттәрен уҡыным», – тип һөйләне Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, «Бүреләр» төркөмө лидеры Илшат Абдуллин.

матбуғат хеҙмәте / «Китап» нәшриәтематбуғат хеҙмәте / «Китап» нәшриәте
Фото: матбуғат хеҙмәте / «Китап» нәшриәте

Башҡортостандың халыҡ артисы, артист һәм продюсер Рөстәм Ғиззәтуллин рухландырғыс һүҙҙәр әйтте, хыялланырға һәм ышанырға кәрәклеген иҫкә төшөрҙө.

«Һәр кешенең һәләте бар һәм уны үҫтерергә, тормошҡа ашырырға кәрәк. Үҙеңә ышаныу мөһим. Ығы-зығы менән хыялдарҙан баш тартырға ярамай. Китаптарҙан мәғлүмәт алаһың һәм тәжрибәңде өҫтәйһең. Һәр кеше – уҡытыусы. Тыңлай белергә генә кәрәк», — тип фекер йөрөтә Рөстәм Ғиззәтуллин.

Артист үҙенең коллегаһы — легендар башҡорт юморисы Вәлит Илембәтовтың «Ғүмерҙәрҙе үлмәҫ йыр итәйек» китабына ҡыҙыҡһыныу белдерҙе. 

матбуғат хеҙмәте / «Китап» нәшриәтематбуғат хеҙмәте / «Китап» нәшриәте
Фото: матбуғат хеҙмәте / «Китап» нәшриәте

Бер нисә йыл Америкала йәшәгән йырсы Лиана Хәбибуллина китаптарҙың тормошонда мөһим роль уйнауы тураһында һөйләп үтте.

«Хыялыма ирешер өсөн тырышып уҡыным, инглиз телен өйрәндем, – тип фекерҙәре менән уртаҡлашты Лиана. – Маҡсатҡа өлгәшер өсөн хаталар ҙа яһарға мөмкин. Сөнки һәр уңышһыҙлыҡ артынан ҙур-ҙур уңыштар килә».

Нәфис әҙәбиәттән тыш, Лиана Хәбибуллина үҙенә иң яҡшы башҡорт аш-һыуы тураһында китап һайлап алды.

Һуңынан яратҡан артистарыбыҙ автограф-сессия үткәрҙе.

«Китап һөйөүселәр» проектының авторҙары – Эльмира Хәйретдинова һәм Илнур Сәлихов.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2025-12-12/v-ufe-zvezdy-bashkirskoy-muzyki-vystupili-pered-lyubitelyami-chteniya-4503783

матбуғат хеҙмәте / «Китап» нәшриәтематбуғат хеҙмәте / «Китап» нәшриәте
Фото: матбуғат хеҙмәте / «Китап» нәшриәте
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика