05:33 (UTC+5), 09 Декабря 2025

«Башинформ» журналисы AY YOLA төркөмөнөң уңыш сере хаҡында һөйләне

Фото: Ay Yola төркөмөнөң социаль селтәрҙәре
Инсаф Хужабирганов

«Башинформ» журналисы Иван Вавилов AY YOLA төркөмөнөң концертында булды һәм уның уңыш сере хаҡында һөйләнде.

«Был Рәсәйҙең генә түгел, бөтә донъя сәнғәте өсөн әһәмиәтле ваҡиға. Сөнки бер ҡайҙа ла милли телдәге йырҙар бындай танылыу яулағаны юҡ ине. Әйтәйек, Америкала тик инглиз телендә генә йырлайҙар, йырсы Шакира испан телендә альбом яҙҙырһа, ул ерле халыҡтың тыңлауынан ары китмәй. AY YOLA төркөмөнөң музыкаһы иһә бөтә илгә таралды. Европала туған немец телендә йырлаған Rammstein төркөмө инглиз телле халыҡтың һөйөүен яулағайны. Рәсәйҙә «Tatarka» йырсыһын миҫал итеп күрһәтергә була, уның «Алтын» исемле йыры хитҡа әйләнгәйне. AY YOLA иһә «Һомай» йыры менән генә түгел, тотош альбомы менән халыҡ күңеленә үтеп инде», – тип белдерҙе башҡорт төркөмөнә ғашиҡ журналист.

Ивандың һүҙҙәренсә, AY YOLA музыканттары үҙҙәрен сәхнәлә матур тота.

«Төркөмдөң солисы диджей Север – Руслан Шәйхетдиновтың тәжрибәһе ҙур. Сәхнәләге бөтә һуҡма ҡоралдарҙың һәм гитара тауышын ул үҙе көйләне. Был айырым иғтибарға лайыҡ ине», – ти Иван.

Концерт – үҙе бер тотош шоу, тип дауам итә Иван. Һәр йыр алдынан «Урал батыр» эпосынан тарихтар һөйләнә һәм ek экранда видеосюжет менән оҙатылып бара. Журналистың фекеренсә, Адель Шәйхетдинованың сәхнәлә «тере» тауышҡа йырлауы яҙҙырылған композициянан күпкә матурыраҡ яңғырай. 

Быға тиклем «Башинформ» AY YOLA төркөмө ижад иткән «Һомай» йырының йыл композицияһы исеменә лайыҡ булыуы хаҡында яҙғайны.

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика