07:28 (UTC+5), 08 Декабря 2025

Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге премияға дәғүәселәр билдәләнде

Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығында республиканың балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендә Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһына күрһәтелгән әҫәрҙәр билдәле булды. 

Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы / архив
Ләйлә Аралбаева

2025 йылда түбәндәге әҫәрҙәр тәҡдим ителде:

  • Зөһрә Үтәғолова, «Йәнле мунсаҡ» китабы: шиғырҙар, йомаҡтар;
  • Нияз Сәлимов, «Бәхетстан» китабы: шиғырҙар, әкиәттәр, йомаҡтар;
  • Тамара Искәндәриә, «Бәрәкәтле көн» китабы: әкиәттәр, хикәйәләр, пьеса;
  • Тамара Искәндәриә, «Һайланма әҫәрҙәр» китабы: шиғырҙар, поэмалар;
  • Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрының Владимир Аношкиндың пьесаһы буйынса «Мостай Кәрим. Яҡындағы офоҡ» спектакле, режиссеры - Альберт Имаметдинов;
  • Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының «Мин башҡорт телен өйрәнәм» спектакле, сәхнә әҫәренең авторы - Лилиә Исҡужина.

Комиссия ойошмаларға, уҡыу йорттарына, ижади йәмәғәтселеккә был әҫәрҙәрҙе тикшереүҙә ҡатнашыуҙарын һорай. Үҙ фекерҙәрегеҙҙе 2025 йылдың 10 декабренә тиклем 450077, Өфө ҡалаһы, Революция урамы, 18, 11-се бүлмә адресына ебәрергә мөмкин. Телефон: 218-34-90.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2025-12-08/v-bashkirii-stali-izvestny-soiskateli-premii-imeni-hadii-davletshinoy-4497453

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика