

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында үзбәк драматургы Сәйет Әхмәт пьесаһы буйынса ҡуйылған «Фарман ханым» спектакленең премьераһы булды.
Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, спектакль тамашасыларҙы ғаилә йылыһы һәм көнсығыш ҡунаҡсыллығы мөхите булған ҡояшлы Ташкентҡа алып килде. Фарман ханым – донъялағы иң яҡшы әсәй, ҡәйнә һәм өләсәй. Улдары һәм килендәре уның ҡанаты аҫтында йәшәй. Башҡортостандың халыҡ артисы Гүзәл Маликова сәхнәлә ошо ҡапма-ҡаршылыҡлы героиня образын сағыу итеп кәүҙәләндерҙе.
Кинйә килен Нигора ишле ғаиләнең тыныс ҡына барған тормошона үҙгәрештәр индерә. Фарман ханымдың тәртиптәрен ҡабул итергә теләмәйенсә, килендәштәрен фетнәгә ҡоторта. Нигора ролен «Ай тотолған төндә» премьераһында Зөбәржәт роле менән тамашасыларҙың күңелен яулаған Сабина Кирәева башҡара.
«Фарман ханым» — комедия ғына түгел, ә ысын мәғәнәһендә күңел байрамы. Спектаклдә дәртле бейеүҙәр, моңло үзбәк йырҙары һәм көлкөлө хәлдәр күп. Шул уҡ ваҡытта ул тамашасыларҙы мәңгелек ҡиммәттәр – ғаилә, туғанлыҡ мөнәсәбәттәре һәм традицияларҙы һаҡлауҙың мөһимлеге тураһында уйланырға мәжбүр итте.
Музыкаль комедияның режиссеры Уланмырҙа Ҡарыпбаев күтәрелгән теманың әһәмиәтен билдәләне:
— Минеңсә, хәҙерге ваҡытта көндәлек ығы-зығы менән күптәр хатта яҡын туғандары тураһында ла онота башланы. Мәҫәлән, мин бер туғаным менән ярты йылға бер күрешәм, бер-беребеҙҙән алыҫ та йәшәмәйбеҙ. Өләсәйебеҙ икенсе ҡалаға күсеп киткәнсе уның менән көн һайын осраша инек. Йыш ҡына кешеләр ата-әсәләренә шылтыратырға онота. Әгәр спектаклдән һуң кемдер әсәһенә, атаһына йәки яҡын туғандарына шылтыратҡан икән, тимәк, беҙ маҡсатыбыҙға өлгәшкәнбеҙ.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.