06:40 (UTC+5), 28 Ноября 2025

Алмас Әмиров Башҡортостандың Театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе итеп һайланды

Фото: М.Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры / рәсми сайт
Ләйлә Аралбаева

Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артисы, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Алмас Әмиров Башҡортостан Театр эшмәкәрҙәре союзының яңы рәйесе итеп тәғәйенләнде. Союздың отчет-һайлау съезында күпселек тауыш менән ошондай ҡарар ҡабул ителде.

Алмас Хәҙис улы башҡа ижади союздар, министрлыҡ, хөкүмәт һәм киң мәғлүмәт саралары менән бәйләнеш булдырыу, республиканың театр тормошон үҫтереү, ҡыҙыҡлы проекттарҙы тормошҡа ашырыу һәм берлектәге эште ойоштороу төп маҡсат булыуын билдәләне. Яңы рәйес аныҡ бурысты ла атаны – Башҡортостандың Театр эшмәкәрҙәре союзы бинаһын (Актерҙар йортон) реконструкциялап, уны заманса мәҙәни башланғыстар үҙәгенә әйләндереү.

Алмас Әмиров рәйес вазифаһында Әхтәм Абушахмановты алмаштырҙы. 1999 йылдан етәкселек иткән Әхтәм Әхәт улы Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләнде.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2025-11-28/predsedatelem-soyuza-teatralnyh-deyateley-bashkirii-stal-almas-amirov-4484940

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика