07:50 (UTC+5), 27 Ноября 2025

Өфөнән AY YOLA – интернетта иң популяр этник төркөм

Башҡортостандың AY YOLA төркөмө ике абруйлы наградаға лайыҡ булды.

Фото: Ay Yola төркөмө / социаль селтәрҙәр
Инсаф Хужабиргәнов

Башҡортостандан AY YOLA төркөмө интернетта иң популяр этник төркөм тип танылды. Өфө музыканттары Hit Music Awards 2025 музыкаль премияһын тапшырыу тантанаһында абруйлы награда алды.

Шулай уҡ Өфөнөң Homay төркөмө композицияһы «Интернетта иң популяр этник хит» наградаһына лайыҡ булды. Эксперт Олег Лузин билдәләүенсә, премия Shazam һәм iTunes кеүек донъя чарттарында юғары позициялар өсөн тапшырыла.

Музыканттар гастролдәрҙә йөрөгәс, тантанаға килә алманы. Улар тыңлаусыларға рәхмәт әйтте һәм «Урал батыр» эпосының илебеҙҙә лә, унан ситтә лә популярлыҡ яулауын билдәләне.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2025-11-26/gruppa-ay-yola-iz-ufy-stala-samoy-populyarnoy-etnicheskoy-gruppoy-v-internete-4482933

Видео: Ay Yola төркөмө / социаль селтәрҙәр
Другие видео
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика