Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
76.97
0
90.01
0
62.51
+0.52
6+ °C
Облачно
Мәҙәниәт
24 Ноября 2025, 06:30

Өфөнән AY YOLA төркөмө Алһыу менән дуэт йырланы

Ay Yola төркөмө / социаль селтәрҙәрAy Yola төркөмө / социаль селтәрҙәр
Фото:Ay Yola төркөмө / социаль селтәрҙәр

Өфөнән AY YOLA төркөмө Мәскәүҙең төп сәхнәләренең береһендә йырсы, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Алһыу менән дуэт йырланы. Улар бергәләп башҡорт фольклоры классикаһын – «Ай, былбылым» йырын башҡарҙы.

— «Ай, былбылым»дың тамырҙары менән «Урал батыр» эпосына барып тоташҡан көйө күңелгә үтеп инерлек, ул күптән Башҡортостанда ла, Татарстанда ла яратҡан халыҡ йырына әүерелде, – тип һөйләне артистар.

Бынан алдараҡ AY YOLA төркөмө «Интервидение» конкурсын ябыу тантанаһында сығыш яһағайны.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2025-11-24/gruppa-ay-yola-iz-ufy-vystupila-v-duete-s-alsu-4478612

Видео:Ay Yola төркөмө / социаль селтәрҙәр
Автор:Инсаф Хужабиргәнов
Читайте нас