Спектаклде 26 ноябрҙә Ҙур театрҙың Яңы сәхнәһендә күрһәтәләр, тип хәбәр итә Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте. «Ете ҡыҙ» балеты «Академик балет һәм музыкаль театрҙа заманса хореография» фестивале программаһының бер өлөшө булып тора.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, балеттың премьераһы 2024 йылдың октябрендә Башҡорт опера һәм балет театрында уҙҙы. Сюжеттың нигеҙендә – боронғо легенда, башҡорт фольклорының ынйыһы, Башҡортостандың иң сағыу һәм иҫтә ҡалырлыҡ образдарының береһе. Балеттың сағыу, хисле музыка авторы – Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Композиторҙар союзы ағзаһы, халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй конкурсы лауреаты Галина Зиганова. Сәхнәгә ҡуйыусыһы – балетмейстер, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Ринат Абушахманов.
Музыкаль театрҙар фестивале Мәскәүҙең бөтә музыкаль театрҙары майҙансыҡтарында ойошторола. Фестиваль афишаһында илебеҙҙең музыкаль театрҙары һәм БДБ илдәре театрҙары спектаклдәре бар. Форумдың инициаторы – Рәсәй Мәҙәниәт министрлығының финанс ярҙамы менән Музыкаль театрҙар ассоциацияһы. Проект Президенттың мәҙәни башланғыстар фонды булышлығында тормошҡа ашырыла.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.