10:07 (UTC+5), 14 Ноября 2025

Өфөлә Турахан кәшәнәһен ЮНЕСКО исемлегенә индереү пландары хаҡында һөйләнеләр

Башҡортостандың күренекле ҡомартҡыһы Турахан кәшәнәһе ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индере. Был хаҡта республика хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев белдерҙе.

Фото: Валерий Шахов / «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Ләйлә Аралбаева

Турахан кәшәнәһе – Алтын Урҙа осоронда төҙөлгән боронғо таш ҡоролма, ритуаль комплекстың үҙәге. Кәшәнәнең ысын икәнен уның төп атрибуттары ла раҫлай. Ҡоролма урындағы эзбизташтан һалынған, Алтын Урҙа осороноң үҙенсәлекле төҙөлөш техникаһы ҡулланылған.

«Беҙ әүҙем эшләйбеҙ: визит-үҙәк астыҡ, тикшеренеүҙәр алып барабыҙ һәм ЮНЕСКО өсөн досье әҙерләй башланыҡ, — тип һөйләне Урал Килсенбаев. — Мавзолей исламдың таралыуының үҙенсәлекле дәлиле, архитектураның күренекле өлгөһө һәм ете быуат йәшәп килгән йәнле рухи традицияның урыны булараҡ ойошманың төп критерийҙарына тап киләлер тип ышанабыҙ».

Беренсе вице-премьер тарихи мираҫты һаҡлау темаһы менән ҡыҙыҡһынған һәр кемгә мөрәжәғәт итте һәм материалдарҙы өйрәнеүҙәрен, комментарийҙар, фекерҙәр һәм тәҡдимдәр ҡалдырыуҙарын һораны. Был мөһим проект буйынса эксперт фекере оло әһәмиәткә эйә, тип билдәләне ул.

Быйылғы йыл Башҡортостан өсөн еңеүҙәргә бик бай булды, тип иҫкә төшөрҙө Килсенбаев: Парижда Шүлгәнташ мәмерйәһен тарихи таныу, «алтын ҡаҙаҡтар» (стратиграфик эталондар) асыу, «Торатау»ҙы глобаль геопарктар селтәренә индереү, Өфө фән һәм технологиялар университетында ЮНЕСКО-ның яңы кафедраһы. Ошо көндәрҙә Рәсәй Федерацияһының ЮНЕСКО эштәре буйынса комиссияһының яуаплы секретары Александр Алимов ҡатнашлығында комитеттың яңыртылған составының беренсе ултырышы уҙҙы. Унда почетлы рәйес Радий Хәбиров етәкселек итте.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2025-11-14/v-ufe-rasskazali-o-planah-po-vklyucheniyu-mavzoleya-tura-hana-v-spisok-yunesko-4467319

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика