Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы, танылған йырсы Айҙар Ғәлимовҡа «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелде. Тейешле Указға бөгөн Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы.
Дәүләт башлығы шулай уҡ күп йыллыҡ фиҙаҡәр хеҙмәте һәм ҡаҙаныштары өсөн Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте башлығы Әлфир Сабировҡа «II дәрәжә Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены менән бүләкләне.