

Ошо көндәрҙә «Еңеү почтальоны» нәфис фильмын төшөрөү башланды. Күләмле Евразия проекты совет халҡының ҡаһарманлығы тураһында хәтерҙе һаҡлап ҡалыу өсөн Ҡаҙағстанды, Рәсәйҙе һәм Белоруссияны берләштерҙе. Премьера Бөйөк Еңеүҙең 81 йыллығына планлаштырыла. Был иһә 35 йыл эсендә Евразия киңлегендәге өс илдең берлектәге кинопроизводствоһы сиктәрендә төшөрөлгән тәүге тулы метражлы фильм, тип хәбәр итте «Башинформ»ға ижади төркөм.
Фильм өҫтөндә Ҡаҙағстан, Рәсәй һәм Белоруссиянан халыҡ-ара кинематографистар командаһы эшләй. Фильмдың постановкаһын билдәле башҡорт режиссеры Айнур Асҡаров етәкләй. Проекттың генераль продюсеры – Ҡаҙағстандың Кинематографистар лигаһы идараһы рәйесе Айҙар Баталов. Сценарий авторҙары – Татьяна һәм Дмитрий Зиминдар, Айҙар Аҡманов.
Фильм Минск янында төшөрөлә, ҡуйы урмандарҙа һәм һаҙлыҡтарҙа әле лә тарих һулышы һиҙелә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында тап ошо урындарҙа ҡаты алыштар барған.
«Был картина өҫтөндә эшләй башлағас, мин беҙҙең өсөн дәүерҙе кәүҙәләндереү генә түгел, ә хәл-ваҡиғалар барған ерҙең һулышын тойоу мөһим икәнен аңланым. Белоруссияла тарих үҙе һөйләй. Бында һәр урман, һәр һуҡмаҡ, һәр һаҙлыҡ һалдаттарҙың аҙымдарын һәм һуғыш осороноң һулышын хәтерләй. Беҙ үткәндәр тураһында ғына фильм төшөрмәйбеҙ - уның тауышын ишетеп, бөгөнгө тамашасыға еткерергә тырышабыҙ», — тип билдәләне Айнур Асҡаров.
Картинаның жанры – тарихи реализм элементтары менән хәрби драма. «Еңеү почтальоны» фильмы йәш һалдат тураһында, уның яҙмышында һуғыш михнәте һәм эске көстө, хәҡиҡәтте эҙләү бергә үрелеп бара. Бында ысын батырлыҡ тураһында хыялланған 18 йәшлек почтальон хаҡында бәйән ителә.
Төп ролде Ҡаҙағстандан йәш актер Алихан Нуржауов уйнай. Интернациональ командала – өс илдең артистары, улар араһында Юлия Лазовская, Василий Копейкин, Сергей Маркеев, Константин Адаев, Валерий Бабкин һәм Владислав Солодов бар.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.