Башҡортостанда милли мәҙәниәт үҫешә, һуңғы йылдарҙа ғына республикабыҙҙа Милли кейем көнө, Бейеү көнө, Ҡурай көнө, «Урал батыр» эпосы көнө, «Башҡорт аты» фестивале һәм башҡа әһәмиәтле даталар билдәләнә башланы. Был йәһәттән республика Башлығы йәмғиәттән нимә көтә? Ошо һорауҙы Радий Хәбировҡа тура бәйләнеш барышында халыҡ артисы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов бирҙе.
«Традицияларҙы, милләт, тел, халыҡтар мәҙәниәте үҙенсәлектәрен һаҡлау — беҙ алып барған дәүләт сәйәсәтенең бер өлөшө. Айырыуса шуны билдәләргә кәрәк: беҙ башҡорт кейеме көнөн түгел, ә Милли кейем көнөн иғлан иттек, шуға күрә был милләт-ара татыулыҡ, дуҫлыҡ, конфессия-ара мөнәсәбәттәр һәм башҡалар буйынса эштең мөһим өлөшө булып тора. Был эшебеҙ булмағандан уйлап тапҡан нәмә түгел, ә ҙур дәүләт бурысы. Был йәһәттән ыңғай һөҙөмтә бар тип иҫәпләйем. Иң мөһиме, кешеләр быға ынтыла. Милли кейем көнөндә кешеләрҙең селфи яһауын һәм һалыуын ҡарағыҙ», – тине Радий Хәбиров.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.