«Беҙ федераль финанслауҙы көтәбеҙ. Аҡса 2026, 2027 һәм 2028 йылдарҙа бүленергә тейеш. Тимәк, беҙ бөтә бюрократик талаптарҙә үтәгәс, 2026 йылда циркты яңыртыуҙы башлай аласаҡбыҙ», — тине ул.
Төбәк етәксеһе әлеге ваҡытта цирк реконструкцияһы яңынан проектлана, проект яңы дәүләт тикшереүен үтергә тейеш, тип билдәләне.
«Хәтерләйһегеҙҙер, мин Президентҡа цирк мәсьәләһе буйынса мөрәжәғәт иттем, шуға күрә беҙҙә шундай ныҡлы нигеҙ бар — Президенттың ярҙамы — ниһайәт, цирк төҙөйәсәкбеҙ. Был беҙҙең өсөн төп маҡсат», — тип билдәләне Радий Хәбиров.