

2 ноябрҙә Өфөлә «Байыҡ» телевизион конкурсының гала-концерты була. «Башҡортостан» дәүләт концерт залы сәхнәһендә проекттың бөтә финалсылары, шулай уҡ билдәле бейеү коллективтары һәм республика эстрадаһы йондоҙҙары йыйыла.
Гала-концертта гран-при яулаусылар, шулай уҡ йылдың иң яҡшы хореографының исеме иғлан ителә. Финалда 500-ҙән ашыу бейеүсе сығыш яһай.
2025 йылда телепроекттың һайлап алыу турында Башҡортостандан, Татарстандан, Мәскәүҙән, Сорғот, Силәбе һәм Ырымбур өлкәләренән меңдән ашыу бейеүсе ҡатнашҡан. Әбйәлил, Ҡырмыҫҡалы, Учалы, Бөрйән райондары бейеүселәре әүҙемлек күрһәткән.
12+
«Байыҡ» республика телевизион башҡорт бейеү конкурсы 2008 йылдан башлап уҙғарыла. Конкурста йыл һайын тотош республиканан, шулай уҡ Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙән 500-ҙән ашыу бейеүсе ҡатнаша. Төрлө йылдарҙа Ирландия, Төркиә, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Украина, Чечня, Греция, Осетия, Ҡалмыҡстан, Татарстан, Бурәтстан, Хакасия коллективтары конкурс ҡунаҡтары булды.
2025 йылда конкурсҡа 18 йыл тула. Ошо осорҙа иҫәпһеҙ-һанһыҙ яңы бейеүҙәр ҡуйылды, республика ҡалаларында һәм ауылдарында йөҙләгән өлкәндәр һәм балалар хореография ансамблдәре, фольклор төркөмдәре ойошторолдо. «Байыҡ» конкурсы еңеүселәре һәм дипломанттары Башҡортостанда һәм унан ситтә уңышлы сығыш яһай, Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлдәге абруйлы конкурстарҙа яңы еңеүҙәр яулай. Уларҙың күбеһе һөнәри уҡыу йорттарында уҡый, республиканың танылған бейеү коллективтарында, мәҫәлән, Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамблендә, «Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамблендә эшләй.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.