09:29 (UTC+5), 30 Октября 2025

Өфөлә «Нур» театрында МХО темаһына арналған документаль спектакль сәхнәләштерелә

Өфөнөң «Нур» татар театрында Мөнир Ҡунафиндың пьесаһы буйынса «Һине көтәләр» спектакле әҙерләнә. Премьера 6 ноябрҙә театрҙың бәләкәй залында була.

Фото: «Нур» театрының матбуғат хеҙмәте
Ләйлә Аралбаева

Пьеса реаль хикәйәләргә нигеҙләнгән, реаль герой-прототиптары бар. Спектакль махсус хәрби операция темаһына — Ватанды һаҡлау кеүек ауыр, әммә изге эште үҙ өҫтөнә алған ябай егеттәргә бағышлана, тип хәбәр иттеләр «Башинформ»ға театрҙың матбуғат хеҙмәтенән.

Яугирҙәрҙең һөйләгәндәрен автор-журналист хәрби хәрәкәттәр биләмәһенә командировкаға барған ваҡытта яҙып алған. Спектаклдең персонаждары позывнойҙар менән билдәләнгән, барыһы ла – Башҡортостан егеттәре, улар бөгөн дә МХО-ла ҡатнаша.  

— Спектакль вербатим жанрында буласаҡ, реаль монологтарҙан һәм диалогтарҙан тора. Был иһә документаль театр, нон-фикшен, — тине театрҙың әҙәби-драматургия бүлеге етәксеһе Гөлнур Усманова. — Спектаклдә яугир ирҙең һәм уның менән күрешеү өсөн фронт һыҙығына килгән ҡатынының реаль тарихы бәйән ителә. Араларындағы меңдәрсә саҡрым уларҙы бер-береһенә тағы ла нығыраҡ яҡынайта.

Спектаклдең режиссеры – Азат Йыһаншин, рәссамы — Полина Емельянова. Төп ролдәрҙә – Айрат Фәтихов, Илгизә Муллабаева һәм Айҙар Хөснөтдинов, Гөлназ Кашапова. Яугирҙәрҙең һөйләгәндәрен Рушат Мөҙәрисов, Фәнил Ғәйзетдинов, Эльмир Хәйертдинов, Альберт Шәйхетдинов, Илшат Салауатов һәм Динар Тимершәйехов яңғырата. Әсә образын Резида Фәхруллина һәм Рәсимә Ғәйфуллина кәүҙәләндерә.

Премьера көнөндә фойела һәм залда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы, хәрби рәссам Юрий Сивачевтың «Беҙҙең заман геройҙары» күргәҙмәһе ойошторола. Хәҙерге ваҡытта ул үҙе фронтта, ә уның эштәре Башҡортостандың Милли музейында, Рәсәй сәнғәт академияһы коллекцияһында һәм илдең башҡа музейҙарында урын алған.

12+

https://www.bashinform.ru/news/culture/2025-10-30/v-ufe-teatr-nur-postavil-dokumentalnyy-spektakl-na-temu-svo-4447011

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика