10:21 (UTC+5), 28 Октября 2025

Башҡортостанда Фидан Ғафаров иҫтәлегенә «Бәхет хаҡы» спектакле күрһәтелә

Легендар актер Фидан Ғафаровты иҫкә алыу сараһы уның тыуған төйәге Дүртөйлө ҡалаһында үткәрелә.

Фото: Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының матбуғат хеҙмәте
Ләйлә Аралбаева

6 ноябрҙә район Мәҙәниәт йорто сәхнәһендә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры актерҙары репертуарҙағы иң популяр спектаклдә — «Бәхет хаҡы»нда уйнай. 

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Хәлисә Мөҙәрисованың әҫәре буйынса Айрат Абушахманов ҡуйған был музыкаль мелодрамала төп ролде Рәсәйҙең, Башҡортостандың, Татарстандың халыҡ артисы Фидан Ғафаров башҡара. Актерҙың биографияһы ла төп геройҙыҡына оҡшаш. Спектакль театр сәхнәһендә 13 йыл ҙур уңыш менән барҙы.

Фидан Ғафаровтың вафатынан һуң Башҡорт драма театрының иң шәп спектаклдәренең береһе репертуарҙа ҡалырмы тигән һорау килеп тыуҙы. Гастроль спектаклендә Фидан Сафа улы ҡатнашлығындағы күренештәр ҙур экранда күрһәтеләсәк, тигән ҡарар ҡабул ителде.

Бынан алдараҡ Башинформ Өфөлә халыҡ артисы Фидан Ғафаров менән бәхилләшеүҙәре хаҡында яҙғайны. «Бәхет хаҡы» спектакле авторы, яҙыусы Хәлисә Мөҙәрисова Фидан Ғафаров тураһында хәтирәләре менән уртаҡлашты.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2025-10-28/v-bashkirii-v-pamyat-o-fidane-gafarove-sygrayut-spektakl-tsena-schastya-4443940

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының матбуғат хеҙмәтеМәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының матбуғат хеҙмәте
Фото: Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының матбуғат хеҙмәте
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика