

Башҡортостанда тәүге тапҡыр Милли бейеү көнө билдәләнә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, тейешле указға республика етәксеһе Радий Хәбиров ҡул ҡуйғайны.
21 октябрь осраҡлы ғына һайланмаған, сөнки был көндө легендар бейеүсе һәм хореограф, РСФСР-ҙың һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Фәйзи Ғәскәров тыуған. Хәҙер республиканың дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле уның исемен йөрөтә.
«Бейеү теле бөтәһенә лә аңлашыла. Унда матурлыҡ һәм һомғоллоҡ, үткәндәр хаҡында иҫтәлек һәм киләсәккә ынтылыш бар. Ул теләһә ниндәй сиктәрҙе үтеп, дуҫлыҡ һәм тыныслыҡ хаҡына кешеләрҙе берләштерә ала. Ә хәҙер был – иң мөһиме.
Башҡортостанда төрлө халыҡ вәкилдәре дуҫ һәм татыу йәшәй. Улар барыһы ла ата-бабаларының бейеү традицияларын һаҡлай һәм үҫтерә.
Милли бейеү көнө республиканың мәҙәни мираҫын һаҡлау һәм арттырыу йәһәтенән тағы ла бер мөһим аҙым булыр тип ышанам», – тип яҙҙы Радий Хәбиров үҙенең телеграм-каналында.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, «Башҡортостан» дәүләт концерт залында тәүге Милли бейеү көнөн ҙур концерт менән билдәләйҙәр. Программала – башҡорт хореографияһының алтын фондынан тарихты һәм халыҡ йолаларын сағылдырған легендар бейеүҙәр.


© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.