08:31 (UTC+5), 02 Октября 2025

Өфөлә Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Олег Ханов менән бәхилләштеләр

Фото: Олег Яровиков
Азат Ғиәззәтуллин

Бөгөн Өфөлә Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Олег Закир улы Ханов менән бәхилләштеләр. Башҡорт драма театрына уның талантын хөрмәт иткән меңәрләгән тамашасы килде.

«Хөрмәтле Анфиса Муллайән ҡыҙы! Хөрмәтле Владислав Олегович! Хөрмәтле Олег Закир улының туғандары! Хөрмәтле иптәштәр, дуҫтар! Яратҡан театрыбыҙға ауыр тойғо менән йыйылдыҡ. Ярты йыл элек кенә ошо сәхнәлә Фидан Сафа улы Ғафаровты һуңғы юлға оҙатҡайныҡ. Фидан Сафа улы, Олег Закир улы исемдәре менән башҡорт театрының алтын быуаты китә кеүек тойола. Был беҙҙең өсөн йән әрнеткес юғалтыу.

Беҙ Олег Закир улының пландары бар икәнен белә инек. Ул Ырымбур драма театрында һоҡланғыс сығыш яһаны, беҙгә килергә йыйына ине. Ул ғәҙәттән тыш интеллигентлы, барыһына ла яҡшы мөнәсәбәтле, театрҙы, үҙ эшен, коллегаларын ихлас яратҡан кеше кеше булып хәтеремдә ҡалыр.

Хөрмәтле Анфиса Муллайән ҡыҙы, хөрмәтле Владислав Олегович, ауыр ҡайғығыҙҙы уртаҡлашабыҙ. Әлбиттә, Олег Закир улының иҫтәлеген мәңгеләштереү өсөн барыһын да эшләрбеҙ, минеңсә, ул былай ҙа үҙенең ижады менән Башҡортостан халҡы хәтерендә мәңгелеккә уйылып ҡалыр.

Хөрмәтле Олег Закир улы, беҙ һеҙ бүләк иткән мәлдәрҙе, ижадығыҙҙы онотмаҫбыҙ, хәтеребеҙҙә һаҡларбыҙ», – тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров матәм митингында.

Матәм митингында шулай уҡ Дәүләт Думаһы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова, Мостай Кәрим исемендәге фонд директоры, Башҡортостандың халыҡ шағирының ҡыҙы Әлфиә Кәримова, Мәжит Ғафури  исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының баш режиссеры Айрат Абушахманов, Баш мөфтөй, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин, Ғәлиәскәр Камал исемендәге Татар драма театрының баш режиссеры Фәрит Бикчәнтәев ҡатнашты.

Олег Хановты туған театрынан һуңғы юлға алҡыштар менән оҙаттылар.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2025-10-02/v-ufe-prostilis-s-narodnym-artistom-rossii-i-bashkirii-olegom-hanovym-4411534

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика