10:06 (UTC+5), 01 Октября 2025

Асҡар һәм Илдар Абдразаҡовтарҙың әсәһе вафат

Өфөлә донъяға билдәле артистар Асҡар һәм Илдар Абдразаҡовтарҙың әсәһе Тәскирә Абдразаҡова 79-сы йәшендә донъя ҡуйған.

Ләйлә Аралбаева

Таскирә Нәғимйән ҡыҙы Абдразаҡова 1946 йылдың 25 октябрендә Өфөлә тыуған. Педагогия училищеһының художество бүлеген тамамлағас, 1976 йылға тиклем театрҙың художество оҫтаханаһында декоратив биҙәү рәссамы булып эшләй. Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы ҡарамағындағы художество советында була.

Әммә уның тормошонда ғаиләһе төп урынды биләй. Ғүмер юлдашы – башҡорт кино сәнғәтенә нигеҙ һалған, милли мәҙәниәтте һаҡлауға тос өлөш индергән Әмир Абдразаҡов, хәҙер «Башҡортостан» киностудияһы уның исемен йөрөтә. Тәскирә Нәғимйән ҡыҙы Әмир Ғабделмән улының фильмдарын әҙерләүҙә әүҙем ҡатнаша.

Абдразаҡовтар Асҡар һәм Илдар исемле улдар тәрбиәләп үҫтергән, уларҙа Тыуған илгә, үҙ халҡына һәм музыкаһына һөйөү тәрбиәләгән. Студент йылдарында уҡ ағалы-ҡустылы халыҡ-ара конкурстарҙа үҙҙәрен танытып өлгөрҙө. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Әмир Ғабделмән улы 2008 йылдың мартында арабыҙҙан китте, улдарының тарихы тураһында «Ҡанаттарым минең» исемле фильмы тамамланмай ҡалды.  

«Тәскирә Нәғимйән ҡыҙы интеллигентлы, әүҙем, үҙ-үҙенә ышанған ханым ине. Әхлаҡи сәләмәтлек, бер-береңде хөрмәт итеп йәшәү ғаиләлә төп тормош йүнәлештәре булды. Ул улдарының тормошо менән бик ҡыҙыҡһынды, сабыр холоҡло, компромисслы ҡарарҙар таба белде. Улдары әсәләрен тик яҡшы һүҙҙәр менән генә иҫкә ала», — тип хәбәр иттеләр «Башинформ»ға театрҙан.

Тәскирә Абдразаҡова «Ата-әсә ҡаһарманлығы» миҙалы менән бүләкләнгән.

Башинформ мәрхүмәнең туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2025-10-01/v-ufe-skonchalas-mama-askara-i-ildara-abdrazakovyh-4409832

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика