10:20 (UTC+5), 30 Сентября 2025

Германияла һабантуй байрамы үтте

Байрамды яҡташыбыҙ һәм элекке коллегабыҙ Лилиә Шакирова алып барҙы.

Ләйлә Аралбаева

Рәсәйҙең Бонн ҡалаһындағы (Германия) Генераль консуллығында күп йыллыҡ тәнәфестән һуң йәнә Һабантуй ойошторолдо. Ҡасандыр сәсеү эштәренең тамамланыуын символлаштырған һабан байрамы күптән инде башҡорттарҙың һәм татарҙарҙың милли байрамына әүерелде. Рәсәй төбәктәрендә йәки башҡа илдәрҙә иһә ул яҡташтарыбыҙҙы берләштерә.

Һабантуй халыҡ йолаларына һәм ғөрөф-ғәҙәттәренә ярашлы үткәрелде. Байрам ҡунаҡтарын Рәсәйҙең Бонн ҡалаһындағы Генконсулы Олег Красницкий һәм Татарстандың Германиялағы сауҙа-иҡтисади вәкиле Таһир Ғатауллин сәләмләне. Уның һүҙҙәренсә, быуаттар буйына Рәсәй халыҡтарының үҙ йолалары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре барлыҡҡа килгән, ошо мәҙәни төрлөлөк йәмғиәттең рухи нигеҙҙәрен байыта һәм нығыта. Германияның WIR хоры рус һәм татар халыҡ йырҙарынан сағыу музыкаль программа тәҡдим итте.

Яҡташыбыҙ, Спутник ФМ радиоһынан элекке коллегабыҙ Лилиә Шакирова һөйләүенсә, байрамға Өфөлә, Туймазыла һәм республикабыҙҙың башҡа ҡалаларында тыуып үҫкән байтаҡ яҡташтарыбыҙ йыйылған. Сараны Лилиә үҙе алып барған һәм Вәсилә Фәттәхованың репертуарынан «Тыуған яҡ» йырын башҡарған.

 — Әлеге ваҡытта Германияла 10 меңгә яҡын татар һәм башҡорт йәшәй, — ти Лилиә Шакирова. — Байрамда бишбармаҡ, сәк-сәк, гөбәҙиә, ҡыҫтыбый былау менән һыйланыҡ, былау бешерҙек. Милли уйындар һәм ярыштар ойошторҙоҡ.

Әйткәндәй, Лилиә Шакирова белеме буйынса инженер-химик-технолог, тире ауырыуҙарын дауалау өсөн майҙар етештереүсе завод директоры булып эшләй.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2025-09-30/v-germanii-proveli-narodnyy-prazdnik-sabantuy-4407848

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика