13:00 (UTC+5), 30 Сентября 2025

Ауыр юғалтыу: Рәсәйҙең халыҡ артисы Олег Ханов вафат

Күренекле актер, режиссер Олег Ханов вафат. Ҡайғылы хәбәрҙе мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова еткерҙе.

Фото: Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы
Инсаф Хужабирганов

Олег Закир улы Ханов 1951 йылдың 11 авгусында Башҡорт АССР-ы Архангел районының Ҡыҙғы ауылында актёр ғаиләһендә (атаһы Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы Закирйән Ханов) тыуған. 1973 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлай һәм үҙаллы хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай.

1973—1989 йылдарҙа Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры булып эшләй.

1989—1993 йылдарҙа Республика йәш тамашасы театрының (хәҙер Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театры) художество етәксеһе вазифаһын башҡара. Был йылдарҙа Мәскәүҙәге Аркадий Райкин исемендәге «Сатирикон» дәүләт тетрында ла уйнай.

1983—1999 йылдарҙа Бөтә Рәсәй театр йәмғиәтенең (русса ВТО — Всероссийское театральное общество) Башҡортостан бүлексәһе (бөгөн Башҡортостан Республикаһының театр эшмәкәрҙәре союзы) рәйесе була.

2000—2009 йылдарҙа М. Горький исемендәге Ырымбур драма театры актёры, бер үк ваҡытта Ырымбур сәнғәт институты уҡытыусыһы булып эшләй

2009—2012 йылдарҙа Салауат башҡорт дәүләт театрының баш режиссёры вазифаһын башҡара.

2012—2019 йылдар — Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының художество етәксеһе. 11 апрелдә Олег Ханов был вазифаһын үҙ теләге менән ҡалдырҙы. Ул республика Мәҙәниәт министрлығының Почёт грамотаһы менән бүләкләнде. Артабанғы хеҙмәт эшмәкәрлеген театрҙа актёр сифатында дауам итә.

Яҡындарының һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика