

Йыл һайын 26 сентябрҙә башҡорт халҡының милли геройы Салауат Юлаевтың Хәтер көнө билдәләнә. Был көндө Салауат Юлаевтың тыуған ауылы Тәкәй урынындағы «Салауат ере» тарихи-мәҙәни комплексында символик һәйкәл — кенотаф асыу тантанаһы үтте. Салауат районы хакимиәтендә белдереүҙәренсә, сара башҡорт халҡының милли батыры – патриот, яугир һәм шағирҙың вафатына 225 йыл тулыуға арналды.
Тантанаға абруйлы ҡунаҡтар йыйылды, улар Салауат шәхесенең башҡорт халҡы өсөн әһәмиәте хаҡында фекерҙәре менән уртаҡлашты. Ата-бабалар ерендә Салауат ғүмеренең һуңғы йылдарын үткәргән Эстонияның Палдиски ҡалаһынан (элек Рогервик ҡәлғәһе) алынған тупраҡ менән капсула һалынды.
Район мәҙәниәт йорто һәм ижади коллективтар башҡарыусылары ҡунаҡтарҙы йыр-моң, ҡымыҙ һәм бауырһаҡ менән ҡаршы алды. Шулай уҡ «Юлдаш» ансамбле башҡарыуында «Батыр Салауат» йыры яңғыраны.
Әлкә ауылы мәҙәниәт йортонда «Юҡ, мин үлмәнем, башҡорттарым!» тигән түңәрәк өҫтәл үтте.
«Ошо үлемһеҙ фраза менән исемләнгән түңәрәк өҫтәл йәнә бер тапҡыр Салауаттың рухы тере икәнен иҫбатланы, — тип билдәләне сараны ойоштороусылар. — Данлы батыр тураһында иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр».




© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.