10:13 (UTC+5), 26 Сентября 2025

«Юлдаш» радиоһы 25 йыллыҡ юбилейын билдәләне

Был кистә «Өфө-Арена»ла 6 меңдән ашыу тамашасы йыйылды. «Юлдаш» радиоһы баш ҡаланың иң ҙур майҙансығында эстрада концерты ойоштороп, яңы йүнәлеш билдәләне. Гала-концерт дүрт сәғәттән ашыу барҙы.

Фото: «Юлдаш» радиоһының матбуғат хеҙмәте
Ләйлә Аралбаева

Башҡортостандың төрлө мөйөштәренән бик күп тыңлаусылар яратҡан алып барыусыларын күрергә һәм Башҡортостан, Татарстан, Мәскәү, Ҡаҙағстан, Ҡытай артистары башҡарыуында йырҙар тыңларға килде.

Республика етәксеһе Радий Хәбировтың сәләмләүенән һуң сәхнәлә бер-бер артлы радионың дуҫтары – эстрада йондоҙҙары Нәзифә Ҡадирова, Ғәли Алтынбаев, Иҙрис Ғәзиев, Рәсүл Ҡарабулатов, Айҙар Ғәлимов, Зифа Нагаева, Элвин Грей, Илсиә Бәҙретдинова, Зинира һәм Ризат Рамазановтар, Азат Йыһаншин, Рөстәм Ғиззәтуллин, Bebi TI, Азамат Тимеров, Фәдис Ғәниев, Лилиә Биктимерова, Заһир Иҫәнсурин, Зәйнетдин, Гөлназ Асаева һәм башҡалар сығыш яһаны.

Ҡаҙағстандан Акимхан Маженов, Акбота Коснадин һәм Ҡытайҙан Ли Шию сығыштары сараға халыҡ-ара статус өҫтәне. Рамазан Биккининдың Рим Хәсәновтың «Ҡышҡы романсы»н башҡарыуы тамашасылар күңеленә үтеп инде, йәш артист быйыл апрелдә донъя ҡуйған яратҡан артисыбыҙ Фидан Ғафаровтан эстафетаны ҡабул итеп алды.

«Бишбармаҡ» оркестры дәртле итеп сығыш яһағанда сәхнәгә AY YOlA төркөмө солисы Ринат Рамазанов сыҡты. Адель һәм Руслан Шәйхетдиновтарҙың видеоҡотлауынан һуң ул «Беҙ бергә» йырын башҡарҙы.

«Теге өсәү» проектынан өс тәжрибәле һәм өс яңы алып барыусы залда байрам мөхитен булдырҙы. Залда ултырған 25 бәхетле тамашасы, бөтә башҡарыусылар, ҡунаҡтар радиостанциянан иҫтәлекле бүләктәр алды. Байрамға йөҙҙән ашыу МХО яугире саҡырылғайны.

«Беҙ был кисте «халыҡсан» радионың дуҫтары күңелендә йондоҙло ҡунаҡтар менән генә түгел, 25 йыл дауамында оҙата килгән моңло йырҙар, иҫтәлекле бүләктәр, йылы мөхит, илһамландырыр осрашыуҙар менән хәтерҙәрендә ҡалдырырға тырыштыҡ. Беҙҙең көндәлек хеҙмәтебеҙ, тәүлек әйләнәһенә эшләгән эфир, тапшырыуҙар һәм йырҙар, һөйөүебеҙ – барыһы ла тыңлаусыларыбыҙ өсөн, — ти ойоштороусылар. — Йылы ҡотлауы, изге теләктәре өсөн республикабыҙ Башлығы Радий Хәбировҡа, илдең һәм донъяның төрлө тарафтарынан ихлас сәләмдәр юллаусы коллегалар, милләттәштәргә рәхмәтлебеҙ. 25 йыл йомғаҡланды, хәҙер яңы көс һәм илһам менән алға, яңы дәүергә, яңы һынауҙар, мөмкинлектәр, асыштарға табан тыңлаусыларыбыҙ менән ҡулға-ҡул тотоноп юл алабыҙ. Беҙ бергә!»

https://www.bashinform.ru/news/culture/2025-09-26/bashkirskoe-radio-yuldash-otmetilo-yubiley-mezhdunarodnym-festivalem-4402881

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика