

Популяр музыкант һәм ZAINETDIN проекты лидеры, Башҡортостандың халыҡ артисы Заһир Зәйнетдиновтың яңы проекты донъя күрҙе. «Беҙҙең көстөң тамырҙары» аудиоальбомында 10 трек бар.
Уларҙа традицион этник мотивтар заманса электрон аранжировка менән үрелеп бара, тип хәбәр итә «Башҡортостандың мәҙәни донъяһы».
— Беҙ өлкәндәргә лә, йәштәргә лә яҡын булған үҙенсәлекле этно-яңғыраш булдырырға теләйбеҙ. Төп маҡсат — йәштәргә Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеге, традицияларға хөрмәт һәм мәҙәни мираҫ өсөн ғорурлыҡ идеяларын еткереү, — тине Зәйнетдин.
Альбомдың беренсе трегы донъя күрҙе, яҡын арала тағы ла ике трек сығырға тейеш. Яңы йылға тиклем альбом менән таныштырыу планлаштырыла, тип белдерҙе артист. Әле клиптар төшөрәләр. Киләһе йылда ижади төркөм Рәсәйҙең миллионлы ҡалалары буйлап гастролгә сығырға, ә 2027 йылда Өфөлә ҙур шоу күрһәтергә тигән уй-ниәттәр менән янып йәшәй.
Рәсәй халыҡтары традицияларын һаҡлауға һәм популярлаштырыуға йүнәлтелгән проект жюриҙың юғары баһаһына лайыҡ булды һәм Президенттың мәҙәни башланғыстар фонды грантын алды. Шуныһы ҡыҙыҡ, проектты үҫтереү менән «Глюкоза», «Пицца», «Руки вверх» кеүек йондоҙҙар менән эшләгән Мәскәү продюсеры Антон Пронин шөғөлләнә.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.