

Режиссер Руслан Юлтаев етәкселегендәге ижади төркөмдөң ауылдан МХО-ға гуманитар ярҙам ебәреү башланғысы тураһында төшөргән картинаһы «Ватанды һаҡлаусылар йылына иң яҡшы фильм» призына лайыҡ булды.
Фестивалдә фильм менән Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы мөхәррире, сценарий авторы Анна Мырҙабулатова таныштырҙы.
«Беҙҙең команда жюриға профессионалдар һәм кинофестивалдә ҡатнашҡан коллегаларыбыҙҙың хеҙмәтебеҙҙе күреп, юғары баһалауы өсөн бик рәхмәтле. Уларҙың күбеһе, шулай уҡ тамашасылар фильмды ҡарағандан һуң яныма килеп, ошо эш өсөн ихлас рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе, — тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты сценарий авторы Анна Мырҙабулатова. — Бынан тыш, фестиваль юғары кимәлдә ойошторолған. Коллегаларымдың фильмдары аша миңә фин-уғыр халыҡтарының үҙенсәлекле мәҙәниәте һәм телдәре менән танышыу форсаты тейҙе».
«Бетеү» фильмы – 2022 йылдың йәйендә булған хәл-ваҡиғалар тураһында. Сюжет буйынса героиня берҙән-бер ейәнен МХО-ға хеҙмәт итергә ебәрергә теләмәй. Уны был ҡарарынан һүрелдереү уйы менән нәҫелдән күсеп килгән бетеүен алып ҡала. Егеттең хәүефтә икәнлеген белеп, яҡындары бәләләрҙән һаҡлар бетеүҙе гуманитар ярҙам йыйыусылар аша ебәрергә уйлай, тик бөтәһе лә улар уйлағанса еңел генә килеп сыҡмай. Ишембай районы Маҡар ауылының гүзәл урындарында төшөрөлгән фильмда ролдәрҙе Башҡорт драма театры һәм Салауат драма театры актерҙары башҡара.
Эксперт комиссияһы эше йомғаҡтары буйынса IX «Туйвеж» кинофестиваленең конкурс программаһына Марий Эл Республикаһы, Коми Республикаһы, Карелия Республикаһы, Ленинград өлкәһе, Һамар өлкәһе, Удмурт Республикаһы, Пермь крайы, Башҡортостан Республикаһы, Мордовия Республикаһы, Мурманск өлкәһе, Мәскәү өлкәһе, Ненец автономиялы округы, ХМАО-Югра, Архангельск өлкәһе, Ямал-Ненец автономиялы округы һәм Свердловск өлкәһенән 61 кино эше һайлап алынды. Биш кино эше еңеүсе тиип иғлан ителде.


© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.