«AY YOlA» төркөмө «Европа плюс», «Русское радио», «Энерджи», «Лайк ФМ» кеүек федераль радиостанциялар эфирында Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә донъя күргән «Урал батыр» китабын уйната. Китапта төркөм музыканттарының автографтары ла була.
Юлға сығыр алдынан «AY YOlA» төркөмө солисы, Башҡортостандың халыҡ артисы Ринат Рамаҙанов нәшриәт магазинында бүләккә тип 10 китап алды.
— Коллекциямда «Урал батыр» китабы бала саҡтан уҡ бар, — тип һөйләне Ринат Рамаҙанов. — Бөгөн мин бында күп китап алырға килдем. Кисә генә «Интервидение»нан ҡайттыҡ, Мәскәүҙә булған саҡта беҙҙең МТС лейблы вәкилдәре һәм радиостанциялар вәкилдәре менән осраштыҡ. Октябрҙән декабргә тиклем Рәсәй буйлап тәүге турға сығабыҙ. Турға юлланыр алдынан беҙгә эпосыбыҙ менән китаптар уйнатырға тәҡдим иттеләр.
10 октябрҙән 5 декабргә тиклем төркөм Рәсәйҙең 22 ҡалаһында сығыш яһай. Музыканттарҙы Силәбе, Омск, Новосибирск, Красноярск, Санкт-Петербург, Архангельск, Калининград, Воронеж, Һарытау, Волгоград, Дондағы Ростов, Краснодар, Мәскәү, Түбәнге Новгород, Ҡазан, Һамар, Ырымбур, Ижевск, Пермь, Екатеринбург, Төмән ҡалаларында көтәләр. Яҡташтарыбыҙ сәйәхәтен Өфөлә тамамлай.
Артист билдәләүенсә, рәсми мәғлүмәттәр буйынса, республикаға, айырыуса «Һомай» йырына клип төшөрөлгән урындарға ҡыҙыҡһыныу өс тапҡырға тиерлек, ә башҡорт халҡының «Урал батыр» эпосын һатыу 30 тапҡырға артҡан.
— Бик шәп, быға ныҡ шатбыҙ, был беҙҙе яңы ижадҡа илһамландыра, — тине Ринат. — Тиҙҙән тулыһынса «Урал батыр» эпосына нигеҙләнгән альбом сығарабыҙ. Ошо көндәрҙә 12 йыр була. Альбомдың презентацияһын көтөгөҙ!
«Урал батыр» эпосы 4576 шиғри һәм 19 проза юлдарынан тора. Рус теленә Әхиәр Хәкимов тәржемә иткән.