07:42 (UTC+5), 22 Сентября 2025

Ay Yola төркөмө «Интервидение» конкурсын йомғаҡлау тантанаһында сығыш яһаны

Homay йыры Рәсәйҙең «алтын йырҙары» иҫәбенә инде. «Интервидение-2025» сәхнәһендә Ay Yola төркөмөнөң башҡорт телендәге хиты «Калинка» һәм «Матушка Земля» йырҙары араһында яңғыраны.

Ләйлә Аралбаева

«Беҙ конкурсты ябыу тантанаһында сығыш яһаныҡ, беҙҙең башҡорт телендәге композиция бар донъяға яңғыраған ҙур тарихтың бер өлөшө булды, — тип уртаҡлашты музыканттар социаль селтәрҙә. — Икһеҙ-сикһеҙ илебеҙҙә йәшәгән халыҡтарҙың традициялары һәм мәҙәниәте аша ишетелгән тауыш булыу – беҙҙең өсөн оло мәртәбә!»

«Интервидение» — совет осоронда уҡ халыҡ-ара радиотапшырыуҙар һәм телевидение ойошмаһы ойошторған музыкаль конкурс. 2025 йылда Рәсәй президенты указы менән конкурс тергеҙелде. Оҙаҡ ваҡыттан һуң ул тәүге тапҡыр 20 сентябрҙә Мәскәүҙә үтте. Илебеҙ исеменән жюриҙа Рәсәйҙең халыҡ артисы, композитор һәм продюсер Игорь Матвиенко эшләне.

Ay Yola төркөмө Мәскәүҙә «Интервидение 2025» халыҡ-ара конкурсында Дима Билан һәм Клава Кока менән бер рәттән сығыш яһаны. Яҡташтарыбыҙ донъя чарттарында беренсе урынға күтәрелгән «Һомай» хитын башҡарҙы.

Бынан алдараҡ «Башинформ» Вьетнам йырсыһы Дык Фуктың «Интервидение»ла еңеү яулауы тураһында хәбәр иткәйне.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2025-09-21/bashkirskaya-gruppa-ay-yola-vystupila-na-zakrytii-konkursa-intervidenie-4396120

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика