

Республика халыҡ ижады үҙәгенең «Селтәр» башҡорт халыҡ костюмы студияһы Ҡытайҙа «Алтын майҙан» халыҡ-ара традицион мәҙәниәттәр фестиваленең l-се дәрәжә лауреаты исеменә лайыҡ булды.
«Алтын майҙан» халыҡ-ара фестивале Ҡытайҙың Циньхуандао ҡалаһында 8-13 сентябрҙә үтте. Ҡытай тарихында тәүге тапҡыр фестивалдә Рәсәйҙән 70 ижади коллектив ҡатнашты. Уларҙың ижады этностың мәҙәни кодын, халыҡтың тере хәтерен үҙ эсенә алған йырҙарҙы, бейеүҙәрҙе, йолаларҙы, халыҡ-ҡулланма сәнғәтен һаҡлауға йүнәлтелгән.
Фестивалдең маҡсаты — сәнғәт һәм ижад аша халыҡтар араһында берҙәмлекте һәм гармонияны нығытыу.
«Ҡытайҙағы фестиваль Рәсәй халҡының бай традицияларын һәм ҡытай мәҙәниәтенең башҡа мәҙәниәттәр менән бәйләнештәр булдырыуға асыҡ булыуын күрһәтте. Был бөгөн айырыуса көнүҙәк, сөнки тыныслыҡҡа һәм татыулыҡҡа ынтылыш халыҡ-ара көн тәртибендә өҫтөнлөклө урын биләй», — тип хәбәр итте студия етәксеһе Фатима Хәйретдинова.
Фестиваль Донъя халыҡтары ассамблеяһының мәғлүмәти ярҙамында Бисер Киров исемендәге «Алтын майҙан» интернациональ мәҙәни-ағартыу проекты сиктәрендә үтте.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.