07:56 (UTC+5), 16 Сентября 2025

«Мисс Рәсәй» матурлыҡ конкурсында республикабыҙҙан 18 йәшлек модель ҡатнаша

15 сентябрҙән 4 октябргә тиклем Мәскәүҙә «Мисс Рәсәй-2025» милли матурлыҡ конкурсы үткәрелә. Конкурс илебеҙҙе «Мисс Донъя» һәм «Мисс Ғаләм» халыҡ-ара гүзәллек конкурстарында күрһәтеү өсөн эксклюзив хоҡуҡҡа эйә.

Ләйлә Аралбаева

Башҡортостан исеменән Өфө агентлығы моделе, «Мисс Башҡортостан-2025» республика конкурсы еңеүсеһе Элиза Сөләймәнова сығыш яһай. Элизаға 18 йәш, ул сығышы менән Сибай ҡалаһынан. Рәсәй хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университетының 3-сө курсында уҡый. Ҡыҙҙың буйы – 177 сантиметр.

«Беҙҙең студияла Элиза биш йылдан ашыу шөғөлләнә, — тип һөйләй директор Линара Таһирова. — Республикала уҙғарылған барлыҡ сараларҙа әүҙем ҡатнаша, яуаплы, маҡсатҡа ынтылыусан. Конкурсҡа әҙерләнергә уға «Мисс Рәсәй», «Миссис Рәсәй», «Мисс Азия» конкурстары еңеүселәре Альбина Усманова һәм Земфира Байдәүләтова ярҙам итте. Элиза юғары һөҙөмтәләргә өлгәшә алыр тип ышанабыҙ».

Проектта илебеҙҙән төбәк матурлыҡ конкурстарында еңеү яулаған иң сибәр 50 ҡыҙ ҡатнаша. Һылыуҡайҙарҙы оҫталыҡ дәрестәре, репетициялар, экскурсиялар һәм башҡа саралар көтә.

«Мисс Рәсәй» милли конкурсы — илдең матурлыҡ өлкәһендәге иң ҙур проекты. Конкурс 1927 йылда Парижда ойошторола, әлеге ваҡытта Рәсәй Федерацияһының Мәҙәниәт министрлығы булышлығында үткәрелә. «Мисс Рәсәй» конкурсының рәсми төбәк вәкилдәре – «Мисс Башҡортостан» республика конкурсы.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2025-09-16/na-konkurse-krasoty-miss-rossiya-bashkiriyu-predstavila-18-letnyaya-model-4389535

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика