06:14 (UTC+5), 15 Сентября 2025

Өфөлә Фәйзи Ғәскәров конкурсына ғаризалар ҡабул итеү оҙайтылды

Ансамблдең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, әле 34 ғариза килгән. Ҡатнашыусылар араһындла Өфөнән, Башҡортостан ҡалаларынан һәм райондарынан тыш, Силәбе һәм Һамар өлкәләренән, Татарстандан ансамблдәр бар.

Фото: Валерий Шахов
Ләйлә Аралбаева

Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы булышлығында тәүге тапҡыр Фәйзи Ғәскәров исемендәге Халыҡ-ара халыҡ бейеүҙәре ансамблдәре конкурсын үткәрә.

Конкурс быйыл сентябрь-октябрь айҙарында Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең концерт залында була. Конкурстың маҡсаты — хореография сәнғәте ҡаҙаныштарын пропагандалау, халыҡ бейеүҙәре ансамблдәренең художество кимәлен күтәреү һәм ижади йәштәрҙең халыҡ хореографияһына ҡыҙыҡһыныуын көсәйтеү.

Конкурстың финалы 21 октябрҙә Башҡортостанда Милли бейеү көнөндә була. Еңеүсе коллектив легендар Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле менән бер сәхнәлә сығыш яһай.

Конкурста ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул итеү 19 сентябргә тиклем оҙайтылды. Ижади бәйгелә өс йәш категорияһында һәүәҫкәр бейеү ансамблдәре ҡатнаша: үҫмерҙәр төркөмө (10-14 йәш), өлкән төркөм (14-17 йәш), ҡатнаш төркөм (22 йәшкә тиклем). Еңеүселәрҙе лауреат исемдәре, махсус номинациялар һәм аҡсалата бүләктәр көтә.

Конкурста ҡатнашыу өсөн ғаризаны gaskarov.konkurs@yandex.ru электрон почтаһына ебәрергә кәрәк.

Фәйзи Әҙеһәм улы Ғәскәров — күренекле хореограф һәм балетмейстер, халыҡ бейеүҙәре ансамблен ойоштороусы, хәҙер коллектив уның исемен йөрөтә.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2025-09-15/v-ufe-prodlili-priem-zayavok-na-festival-fayzi-gaskarova-4388029

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика