13:24 (UTC+5), 12 Сентября 2025

Өфөлә «Юлдаш» радиоһының 25 йыллығына арналған күргәҙмә асылды

Бөгөн «Юлдаш» уңышлы радиостанция булыуын ғына түгел, ә республикабыҙҙың айырылғыһыҙ бер өлөшө булыуын йәнә раҫланы.

Инсаф Хужабирганов

Быйыл «Юлдаш» радиоһы 25 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Ошо әһәмиәтле ваҡиға уңайынан бөгөн Башҡортостандың Милли музейында «Юлдаш. Республика тауышы» күргәҙмәһе асылды.

Күргәҙмәлә радиостанция тарихын сағылдырған фотоһүрәттәр, боронғо радиоалғыстар, тауыш яҙҙырыу ҡорамалдары һәм материалдар ҡуйылған. Стендтарҙа уңышлы проекттарҙың һәм тапшырыуҙарҙың экспонаттары тәҡдим ителә. Әйтәйек, радиола иң оҙайлы ваҡыт барған «Юғалтыу — табыштарым» тапшырыуына республиканың төрлө мөйөштәренән йыйылған хаттар айырым урын алып тора. Күргәҙмә коллективтың һөнәри ҡаҙаныштарын һәм уның милли мәҙәниәтте һаҡлауға һәм популярлаштырыуға индергән өлөшөн дә сағылдыра.

«Юлдаш» радиоһын 25 йыллыҡ юбилейы менән Матбуғат һәм киң коммуникациялар буйынса агентлыҡ етәксеһе урынбаҫары Елена Арямнова ҡотланы һәм фиҙакәр эшләгән радио хеҙмәткәрҙәрен билдәләп үтте.

«Бөгөн «Юлдаш» уңышлы радиостанция булыуын ғына түгел, ә республикабыҙҙың айырылғыһыҙ бер өлөшө булыуын йәнә раҫланы. Радио эфир тулҡындары менән генә сикләнмәй. Уның тауышы төрлө ҡала-райондарҙа тыңлаусылар менән осрашыуҙарҙа, конференцияларҙа һәм хәйриә сараларында йыш ишетелә. Радио МХО-ға ҙур өлөш индерә. 25 сентябрҙә «Өфө Аренаһы»нда үтәсәк юбилейы концертын түҙемһеҙләнеп көтәбеҙ, — тине Елена Арямнова.

1 из 4

Күргәҙмәлә «Көмөш йылдар. Алтын ҡулдар» республика конкурсы еңеүселәрен бүләкләү үтте. Бәйгелә Йылайыр, Илеш, Шишмә, Учалы, Мәсетле, Нуриман, Балтас һәм Бөрйән райондарынан, шулай уҡ Сибай, Мәләүез һәм Яңауыл ҡалаларынан оҫталар ҡатнашҡан. Беренсе урынды Бөрйән районынан Айһылыу Баймырҙина яулаһа, гран-приға Нуриман районынан Тимур Сафин лайыҡ булды. Улар шифаханаға юллама һәм башҡа ҡиммәтле приздар менән бүләкләнде. 

«Был конкурс тыңлаусылар менән ныҡлы бәйләнештә булыуыбыҙҙы, «Юлдаш»тың халыҡсанлығын йәнә бер иҫбатланы. Ни бары 25 кенә, тиҙәр, әммә был әһәмиәтле тарих. Ошо тарихҡа арналған фотоларҙы, экспонаттарҙы рәхим итеп ҡарағыҙ Күсмә студияла үҙегеҙҙе радио алып барыусы итеп һынап ҡарағыҙ», — тип күргәҙмәгә саҡырҙы радионың баш мөхәррире Миләүшә Ғәлиева.

Тәүге экскурсияны «Теге өсәү» тапшырыуын алып барыусылар Айбулат Сәсәнбаев менән Филүс Ҡасимов үткәрҙе. Күргәҙмә 30 сентябргә тиклем эшләйәсәк.

1 из 7
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика