07:47 (UTC+5), 09 Сентября 2025

Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Вилүр Мәүлитов арабыҙҙан китеп барҙы

Фото: Рәйхана Булатова
Инсаф Хужабирганов

Баймаҡ районынан ауыр хәбәр килде. Билдәле композитор, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Вилүр Мәүлитов китеп барған. Билал ауылы китапханасыһы Рәйхана Булатова «Башинформ»ға һөйләүенсә, Вилүр Мәүлитов өс көн элек кенә «Башҡорт аты» фестивалендә ҡатнашып ҡайтҡан, ә бөгөн иртән уның вафат булыуы хаҡында хәбәр иткәндәр.  

«Вилүр ағайҙың вафатына ышанырлыҡ түгел, барыбыҙҙы ла шаңҡытты был хәбәр. Ул оҫта баянсы, һәүәҫкәр композитор ине. Оҙаҡ йылдар ауыл мәктәбендә музыка уҡытыусыһы булып эшләне, фольклор түңәрәген етәкләне. Уның уҡыусылары араһында — халыҡ-ара конкурстар лауреаттары Рәфис и Алмас Сирусиндар. Бер нисә йыры уның башҡорт атына арналған ине. Бер композицияһы Темәс ауылында «Башҡорт аты» этнофестивален асыу тантанаһында яңғыраны. Вилүр Шакирйән улы йәнтөйәген яратты, һуңғы көнөнә тиклем ижад менән шөғөлләнде, тыуған ере өсөн намыҫлы хеҙмәт итте», — тип һөйләне Рәйхана Булатова. 

Вилүр Мәүлитов 1951 йылдың 17 мартында Баймаҡ районының Күгиҙел ауылында ғаиләлә беренсе бала булып донъяға килә. Башта тыуған ауылында уҡый, артабан — Темәс урта мәктәбендә. Совет Армияһына хеҙмәткә алынғанға тиклем «Ирәндек» совхозында токарь булып эшләй. 1969—1972 йылдарҙа Балтика флотында хеҙмәт итә. Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын тамамлағандан һуң Ишeмбай ҡалаһының 2-се интернат-мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡыта. 1980 йылда тыуған яҡтарына ҡайта, райондың төрлө мәктәптәрендә эшләй. Һуңғы йылдарҙа Билал ауылында төпләнеп, урындағы мәктәптә уҡытыусы, бер үк ваҡытта Баймаҡ балалар ижады үҙәгендә — фольклор түңәрәге етәксеһе булып эшләй.

«Башинформ» мәрхүмдең яҡындарының һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика