Ошо ҡыуаныслы яңылығы менән артист социаль селтәрҙәге сәхифәһендә уртаҡлашҡан.
«Улым. 08.09.2025», — тип яҙған артист һәм ҡатыны Регинаға рәхмәт белдергән. Зәйнетдиндең ижадын һөйөүселәр уға улы тыуыуы айҡанлы йылы ҡотлау һүҙҙәрен еткергән.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Зәйнетдин икенсегә атай булды. 2023 йылда уның ҡыҙы тыуғайны.
Был йыл Зәйнетдин өсөн бик уңышлы: яңыраҡ популяр башҡарыусы «Башҡортостандың халыҡ артисы» тигән маҡтаулы исем менән бүләкләнде.
https://www.bashinform.ru/news/culture/2025-09-08/artist-iz-bashkirii-zaynetdin-stal-ottsom-4379791