10:40 (UTC+5), 03 Сентября 2025

Өфө рәссамы көҙгө япраҡтарҙан Михаил Шуфутинскийҙың портретын төшөргән

Был көҙгө дата үҙенсәлекле. Ошо көндө күп кенә асыҡ тәҙрәләрҙән һәм автомобилдәрҙән 3 сентябрь тураһында бер үк йыр яңғырай.

Ләйлә Аралбаева

Өфө рәссамы Евгения Сковарт көҙгө япраҡтарҙан Михаил Шуфутинскийҙың портретын төшөргән. Дим биҫтәһе ихаталарының береһендә ул үҙенең эшен 3 сентябргә бағышлаған. 

Евгения урам һепереүсе образында сығыш яһай, саксофонда Галина Сазонова уйнай. Рәссам роликты социаль селтәрҙәге сәхифәһенә һалған.

«Михаил Захарович минең өсөн — музыкалағы көҙ: уйсан, алтын, бер аҙ һағышлы ла, — тип яҙа ул. — Шуға күрә уны тап шундай кәйефтә, көҙгө япраҡтарҙан төшөрөргә теләнем».

Артист та үҙенең сәхифәһендә ошо рилс менән уртаҡлашҡан, ул бик күп лайктар һәм репостар йыйған.

Михаил Шуфутинский «Өсөнсө сентябрь» тигән хитын 1993 йылда ижад иткән һәм тәүге тапҡыр башҡарған. Музыка авторы – Игорь Крутой, һүҙҙәрен Игорь Николаев яҙған.

Әйткәндәй, Өфө башҡарыусылары Сергей Карпов һәм Ләйсән Шәрипова ике йыл элек йырҙың башҡортса версияһын яҙҙырғайны. Был вариантты Ян Лира ла йырлай.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2025-09-03/ufimskaya-hudozhnitsa-sozdala-iz-osennih-listiev-portret-mihaila-shufutinskogo-4371719

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика