Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.77
+0.16
93.06
-0.33
66.19
-0.65
11+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
13 Август , 17:35

Башҡортостанда ҡурайсылар конкурсы еңеүсеһенә ат бүләк иттеләр

Конкурста республиканың төрлө мөйөштәренән 30-ҙан ашыу музыкант ҡатнашты.

фестивалдең матбуғат хеҙмәте
Фото:фестивалдең матбуғат хеҙмәте

Конкурс Роберт Юлдашевтың «Ел моңо» фестивале барышында уҙҙы. Торатау янында ойошторолған өс көнлөк йәйге фестиваль йәш, шулай уҡ тәжрибәле музыканттарҙы, этно-музыка һөйөүселәрҙе бер сәхнәгә йыйҙы.

«Ҡурай бәйгеһе» ҡурайсылар конкурсы еңеүсеһенә башҡорт тоҡомло ат бүләк иттеләр. Ғафури районынан Рәмил Ҡотдосов еңеүсе тип танылды. Конкурста республиканың төрлө мөйөштәренән 30-ҙан ашыу музыкант ҡатнашты.

Фестивалдең төп үҙенсәлеге шунда: ҡатнашыусыларҙың барыһы ла Урал тауҙарында ғына үҫкән ҡурайҙа уйнаны. Беренсе көндө улар ҡурай үләнен ҡырҡып алып ҡайтыу өсөн Ғүмәр тарлауығына походҡа юлланды. Икенсе көндө таң менән «Ел моңо» фестивалендә ҡатнашыусылар ҡояш ҡалҡҡанын ҡарау һәм донъя гимнын башҡарыу өсөн Торатауға артылды.

— Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән (Алтайҙан башлап Силәбе өлкәһенә тиклем) башҡарыусыларҙың килеүе фестивалгә сағыу биҙәктәр өҫтәне, — тип һөйләне фестивалдең матбуғат секретары Зилә Баймырҙина. — Бындай саралар мәҙәни мираҫты һаҡлауға тос өлөш индерә, халыҡ традициялары менән таныштыра һәм музыкаль стилдәрҙең төрлөлөгөнә ихтирамды нығыта. Быйыл февралдә Өфөлә үткән беренсе «Ел моңо» фестивале Рәсәйҙең төрлө традицияларында ҡурай моңон берләштергән проекттарҙың ни тиклем мөһим булыуын күрһәтте.

«Ел моңо» этно-фестивале ҡунаҡтары традицион ҡурайҙа уйнаусыларҙың оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты, башҡорт бейеүҙәрен, оҙон көйҙәрен башҡарырға, милли биҙәүестәр яһарға өйрәнде, көрәштә үҙ көсөн һынап ҡараны.

Фестивалдә иң яҡшы башҡорт бейеүе импровизацияһына конкурстар һәм «Урал батыр» эпосын һөйләүселәр араһында ижади ярыштар ойошторолдо. «Ел моңо» фестиваленең иң яҡшы бейеүсеһе тип Салауаттан 11 йәшлек Максим Сергеев танылды (ул ҡурайсылар конкурсында ла ҡатнашты). Ишембай районынан Ғәлиә Шәрипова «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүселәр араһында еңеү яуланы.

Моң байрамының өсөнсө көнөндә тамашасылар асыҡ һауала ойошторолған сағыу шоуҙың шаһиты булды. Гала-концертты фестивалдә ҡатнашыусыларҙың иң яҡшы номерҙары, Алтайҙың «Бай Терек» төркөмө, Силәбенең «Тюрген Кам» коллективы, «Guzal-dance», «Солнышко» бейеү ансамблдәре, «Ҡурайсы» этнотөркөмө һәм уның етәксеһе Роберт Юлдашевтың сығыштары биҙәне. 

https://www.bashinform.ru/news/culture/2025-08-13/v-bashkirii-pobeditelyu-konkursa-kuraistov-podarili-loshad-4348045

 

 

 

 

Автор:Ләйлә Аралбаева
Читайте нас: