Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
76.97
0
90.01
0
62.51
+0.52
14+ °C
Дождь
Мәҙәниәт
31 Июля 2025, 08:30

Башҡортостанда «Урал батыр» эпосы буйынса йәнһүрәт төшөрөлгән

Йәнһүрәттең премьераһы 2 сентябрҙә Ишембай мәҙәниәт һарайында була.

Азат Ишемғолов, VkАзат Ишемғолов, Vk
Фото:Азат Ишемғолов, Vk

Йәнһүрәтте «Ишембайфильм» мультстудияһы командаһы төшөргән. Әле коллектив 3-сө серия өҫтөндә эшләй, тип хәбәр итте Ишембай районы хакимиәте башлығы Азат Ишемғолов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

«Амбициялы проект өҫтөндә ижади команда – режиссер Фәнис Кәримов, рәссамдар Вера Шаригина, Ирина Окружнова, Радик Ишмөхәмәтов, Вера Фролова, дизайнер Вячеслав Федоров эшләй. «Уралом» йыры «Ну-ка все вместе!» вокаль шоуында ҡатнашыусы Ринат Сәлихйәнов башҡарыуында яңғырай», — тип билдәләне Азат Ишемғолов.

Йәнһүрәт авторҙары әйтеүенсә, экранда тамашасылар Ишембай районы халҡын күрергә мөмкин. Күп кенә персонаждар – мәҙәниәт бүлеге хеҙмәткәрҙәре һәм урындағы артистарҙың образдары.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2025-07-31/v-gorode-bashkirii-sozdali-multfilm-po-motivam-eposa-ural-batyr-4333474

Автор:Инсаф Хужабиргәнов
Читайте нас