

Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Ришат Төхвәтуллин тыуған яғында – Туймазы районының Ҡарамалы-Ғөбәй ауылында «Йәйге осрашыуҙар» тигән хәйриә концертын үткәрҙе. Йыйылған аҡсаны ул сирле балаға ярҙамға, мәсеткә һәм «йәмғиәтебеҙгә файҙа килтергән изге башланғыстарға» йүнәлтергә ниәтләй.
Быйыл шәфҡәтлелек опен-эйрында Салауат Фәтхетдинов, Әлиә Ҡарасурина, Ислам Кәлимуллин, «Йәмле» төркөмө, Илмира Нәғимова, Baby Ti, Раяз Фәсихов, Искәндәр Вәлиев һәм башҡалар ҡатнашты.
Концертта Башҡортостандан ғына түгел, Пермь, Санкт-Петербург, Мәскәү, Ҡазан, Екатеринбург, Нижневартовск һәм Һамар ҡалаларынан тамашасылар ҙа бар ине. Ришат Төхвәтуллиндың изге башланғысын хуплап, Өфө мэры Ратмир Мәүлиев икенсе йыл рәттән килде.
Артист яҡындарына, коллегаларына, командаһына һәм тамашасыларына ярҙамдары өсөн рәхмәт белдерҙе.
«Иң мөһиме – барлыҡ тамашасыларыма рәхмәт. Бөгөнгө сараның йәме һеҙ. Күмәкләп оло эш башҡарҙыҡ. Киләһе йылда осрашҡанға тиклем», –– тип яҙҙы Төхвәтуллин социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Әйткәндәй, артист «Йәйге осрашыуҙарҙы» ун өсөнсө йыл рәттән үткәрә. Билеттар һатыуҙан килгән аҡса уның тыуған ауылы өсөн изге эштәргә һәм проекттарға тотонола. Ошо ваҡыт эсендә Ҡарамалы-Ғөбәй ауылы мәсете төҙөлөшөнә, балалар баҡсаһына, урындағы мәҙәниәт йортона ярҙам күрһәтелгән, йырсы һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән бала тәрбиәләгән бер нисә ғаиләгә ярҙам иткән – уларҙы дауалау өсөн аҡса күсергән.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.