

Гүзәл тәбиғәт ҡосағындағы байрам инструменталь музыканы, бейеүҙе һәм боронғо йырҙарҙы берләштерә. Алтайҙан, Силәбе өлкәһенән һәм илдең башҡа төбәктәренән музыканттарҙың килеүе көтөлә.
Сараны ойоштороусы – ҡурайсы, продюсер, Башҡортостандың халыҡ артисы, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры, халыҡ-ара конкурстар лауреаты Роберт Юлдашев.
– Донъяла милләттәр күп, уларҙың мәҙәниәте һәм теле – Хоҙай бүләге. Һәр телдең үҙ яңғырашы, үҙ вибрацияһы бар. Иҫкә төшөрәйек әле, бына һәр халыҡтың үҙенең традицион биҙәктәре, орнаменттары – был да үҙенә бер төрлө вибрация. Милли музыка ҡоралдары бар – халыҡтың рухи байлығы символы, ата-бабаларҙың быуаттар буйына тупланған аҡыл хазинаһы, – ти Роберт Юлдашев. – Беҙҙең бурыс – тыңлаусыларға ошо вибрацияларҙы еткереү, музыка аша уларҙы изгелеккә, яҡтылыҡҡа, ижадҡа өндәү.
Билдәле булыуынса, ҡурай моңо кеше организмына ыңғай йоғонто яһай. Был ябай уйын ҡоралы ғына түгел, ә кеше һәм тәбиғәт араһындағы күпер. Фестивалдең төп үҙенсәлеге шунда: ошо байрамға йыйылыусылар Урал тауҙарында ғына үҫкән ҡурайҙа уйнай.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.