Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
77.89
-0.02
91.12
-0.38
70.69
+2.05
20+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
3 Июль , 15:21

Радий Хәбиров республика яҙыусыларына ярҙам системаһы тураһында һөйләне

автор
Фото:автор

Башҡортостандың Яҙыусылар союзы – республикабыҙҙың абруйлы йәмәғәт ойошмаһы – бөгөн 200-ҙән ашыу тәжрибәле һәм йәш әҙипте берләштерә. Радий Хәбиров «Башҡортостандың Яҙыусылар союзы»төбәк йәмәғәт ойошмаһының дөйөм йыйылышында ошо турала белдерҙе.

«Союз Рәсәйҙең донъяға күренекле авторҙар һәм сағыу әҫәрҙәр биргән ижади ойошмаларҙың береһе булды һәм булып ҡала. 90 йыл дауамында ул рухи-мәҙәни тормош үҙәгенә, оҫталыҡ мәктәбенә әүерелде. Союз халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереүҙә әүҙем ҡатнаша. Еңеүҙең 80 йыллығына Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, билдәле ҡаҙаҡ яҙыусыһы Кемель Тоҡаевтың «Серле эҙ» китабының башҡорт телендә баҫылып сығыуы быға сағыу миҫал булып тора. Беҙ китапты уның улына – Ҡаҙағстан Республикаһы Президенты Ҡасым-Жомарт Кемель улы Тоҡаевҡа тапшырҙыҡ»,  – тип билдәләне республика етәксеһе.

Яңыраҡ  «Китап байрамы» халыҡ-ара китап йәрминкәһе көндәрендә Яҙыусылар союзының яңыртылған бинаһы асылды, унда һуңғы 30 йылда ремонт эштәре башҡарылмағайны, тип иҫкә төшөрҙө Радий Хәбиров. Йәйге майҙансыҡ, «Өфө йүкәләре» скверы төҙөкләндерелде.

Былтыр Башҡортостан Рәсәйҙең иң күп уҡыған төбәге һәм Әҙәби флагманы тип танылды.

Йыл һайын төбәк бюджеты иҫәбенә рус, башҡорт һәм республика халыҡтарының башҡа телдәрендә 100-гә яҡын художестволы китап нәшер ителә.

Башҡортостанда яҙыусылар өсөн Салауат Юлаев, Шәйехзада Бабич, Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге премиялар, 30-ҙан ашыу муниципаль награда бар.

Республика премияларының приз фонды арттырылды. Балалар һәм үҫмерҙәр әҫәрҙәре өсөн бирелгән Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге премия фонды – 100 меңдән 500 мең һумға, Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр премияһы 150 меңдән 500 мең һумға, Салауат Юлаев премияһы миллион һумға тиклем артты.

Хәҙер балалар һәм үҫмерҙәр араһында яңы яҙыша башлаған шағирҙар һәм яҙыусылар конкурсын ойоштороу мөмкинлеге ҡарала.

«Яҙыусының һүҙе һәр ваҡыт мөһим әһәмиәткә эйә, айырыуса хәҙер, беҙҙең өсөн махсус хәрби операция темаһы төп урынды биләгән саҡта. Райондарҙа һәм ҡалаларҙа «Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ» әҙәби-патриотик акциялар циклы өсөн һеҙгә ныҡ рәхмәтлемен. Мөнир Ҡунафиндың «МХО. Мин һуғыштан тере килеш сыҡтым» кеүек әҫәрҙәр хәҙерге мәҙәниәтебеҙҙең мөһим өлөшөнә әүерелде. Быйыл хәрби-патриотик темаға арналған әҙәби, музыкаль, һынлы сәнғәт әҫәрҙәре республика конкурсын лайыҡлы приз фонды менән үткәрҙек»,  – тип билдәләне республика етәксеһе.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2025-07-03/radiy-habirov-rasskazal-o-sisteme-podderzhki-pisateley-bashkirii-4300433

 

 

 

Автор:Азат Ғиззәтуллин
Читайте нас: