Шағирә, тәржемәсе, журналист, тиҫтәләгән китап авторы, Шәйехзада Бабич һәм Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премиялар лауреаты Лариса Абдуллина бөгөн республика Башлығы Радий Хәбиров ҡулынан «Башҡортостандың халыҡ шағиры» тигән маҡтаулы исем алды. Бүләкләү тантанаһы Өфөлә «Башҡортостан Яҙыусылар союзы» төбәк йәмәғәт ойошмаһының дөйөм йыйылышында үтте.
Яуап һүҙендә ул үҙенең ижади һәләтен таныуҙары өсөн рәхмәт белдерҙе, был юғары исемде ғорурлыҡ менән йөрөтәсәген билдәләне.
Лариса Абдуллина Дәүләкән районының Мәкәш ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын тамамлағандан һуң «Йәшлек» республика йәштәр гәзите редакцияһында, 2011-2020 йылдарҙа «Башҡортостан» гәзите редакцияһында эшләй, ә һуңынан «Аҡбуҙат» балалар журналының баш мөхәррире итеп тәғәйенләнә.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.